Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Үҙидара көнө матур йолаға әйләнде

5 октябрҙә Оло Ыҡтамаҡ лицейында Үҙидара көнө уҙҙы. Был сарала уҡыусылар үҙҙәрен өлкәндәр урынында тойҙо, ә уҡытыусылар, үҙ сиратында, мәктәптә уҡыған йылдарына әйләнеп ҡайтты.

Үҙидара көнө матур йолаға әйләнде
Үҙидара көнө матур йолаға әйләнде

Балаларға уҡытыусы, директор, уның урынбаҫарҙары, психолог һәм логопедтарҙың һәр көн башҡарған оло хеҙмәтен аңлау өсөн ирек биреп, ҡайһы ваҡыт үҙ аллы идара итеү мөмкинлеген йөкмәтергә кәрәк. Педагогтарҙың ниндәй ауырлыҡ һәм кәртәләр аша үтеүҙәрен үҙ иңдәрендә татымай тороп, уларҙың эшенең әһәмиәтен һәм ҡиммәтен аңлап булмай. Тап ошо маҡсатҡа ирешеү өсөн Оло Ыҡтамаҡ лицейы 32 йыл дауамында үҙидара көнөн ойоштора.
Быйыл да һайлап алыу әҙерлеге, өгөтләү әүҙем һәм сағыу уҙҙы, кандидаттар – лайыҡлы, ә команда көслө булды. Үҙидара көнөндә мәктәп директоры вазифаһына серле, тура һәм тиң һайлау үткән 11 “а” класс уҡыусыһы Камил Хөсәйенов тәғәйенләнде.
Мәктәп директоры вазифаһын ул, беҙ көткәнсә, уңышлы башҡарҙы. Ә иң мөһиме, Камил үҙе йыйған әүҙем, көслө, күңелле һәм тырыш командаһы менән яңылышманы. Уйҙар күп булды, программа ғәҙәти түгел һәм тулы ине. Барлыҡ планлаштырылған эштәр тормошҡа ашты: команда иртә килеп, уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙы күңелле музыка менән ҡаршы алды, уҡытыусыларҙы ҙур булмаған бүләктәр менән ҡыуандырҙы, тәнәфес ваҡытында уҡыусылар өсөн мини-дискотека ойошторҙо, бынан тыш балаларҙың уйлау һәләтен үҫтергән ҡыҙыҡлы башватҡыстар, мауыҡтырғыс конкурстар ойошторҙо. Вожатыйҙар дартс уйнау, гитара моңдарын тыңлау мөмкинселеген биргән ял итеү бүлмәһен булдырҙы. Команда дәрестә яҡшы билдәләре алған уҡыусыларҙы татлы приз менән һыйланы. Ойошторолған фотозонала фотоға төшөп ҡыуандылар. Ярыш, конкурстар балалар күңеленә хуш килде.
Беҙ уҡытыусы һөнәренең батырлыҡҡа тиң икәненә инандыҡ!
Уҡытыусыларҙан 12 “я” класы төҙөлдө, ә уларҙың “класс етәксеһе” Никита Ватолин үҙенә тапшырылған бурысты бик оҫта башҡарҙы. 12 “я” класы уҡыусылары өсөн физкультура, музыка, рәсем, әҙәбиәт, психология дәрестәре, класс сәғәте уҙҙы. Ҡыҫҡаһы, ҙур эш башҡарылды.
Үҙидара көнөндә бағыусылар оло ярҙам күрһәтте: шәхси эшҡыуарҙар Владислав Ғиниәтуллин, Сергей Арутюнян (“Шаурма”), Велена Шеефер (“Bella Dona”), Светлана Таксанова (“Пудра”), Ваан Симонян, Юрий Ватолин (“АвтоДонъя”), Оксана Корлыханова, Роза Мальцева, Радик Ғәләүетдинов (“БургерФри”), Семен Севастьянов (“Софи”), Миша Раджабов (“Стиляга”), Эльдар Ғәйнелйәнов (“Росток”), Татьяна Сизова (“КанцПарк”), Алик Кашапов (“Ингосстрах”), “Виктория”, “Әкиәт”, “Суши-пицца” магазиндары. Улар ярҙамы менән тәмле туҡланыу ойошторолдо, грамота, кубок, татлы приздар алынды.
Үҙидара көндәре балалар-ҙы үҙҙәрен оло итеп хис итергә мөмкинлек бирә, яуаплылыҡ тойғоһо һәм хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләй, төрлө мәсьәләләрҙе хәл итергә, дөрөҫ һығымта яһарға, шулай уҡ берҙәм команда булып эшләргә өйрәтә. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә беҙ берләштек, дуҫлаштыҡ, артабан да бергә аралашасаҡбыҙ. Лицейҙа үҙидара көнөн уҙғарыу бары тик яҡшы һөҙөмтәләр генә бирә.
11 “а” класының матбуғат үҙәге.

Автор:Наркес Халиуллина