Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Педагогтарҙың август кәңәшмәһе: уҡыу йылы алдынан осрашыу

27 августа район Мәҙәниәт һарайында район педагогтарының традицион август кәңәшмәһе уҙҙы.

Педагогтарҙың август кәңәшмәһе: уҡыу йылы алдынан осрашыу
Педагогтарҙың август кәңәшмәһе: уҡыу йылы алдынан осрашыу

Кәңәшмә эшендә район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның социаль мәсьәләләр буйына урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова, район мәғариф бүлеге начальнигы Илдар Ғәлимов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Максим Ульчев, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының мәктәпкәсә белем биреү бүлеге начальнигы Алина Ғәлина, мәғариф бүлеге белгестәре, мәктәптәр етәкселәре һәм педагогтары, мәктәпкәсә учреждениелар хеҙмәткәрҙәре һәм педагогик хеҙмәт ветерандары ҡатнашты.
Төп доклад менән мәғариф бүлеге начальнигы Илдар Ғәлимов сығыш яһаны. Ул уҙған уҡыу йылына, балаларҙы йәйге һауыҡтырыу кампанияһы эшенә йомғаҡ яһаны, коллегалары менән алдағы уҡыу йылына бурыстарҙы билдәләне.
Сарала алдынғы педагогтарға республика һәм район кимәлендәге наградалар тапшырылды.
“Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” билдәһе менән наградландылар: Яңы Мөслим урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәриҙә Байрамғәлина, Оло Аҡа мәктәбенең физика, информатика, математика уҡытыусыһы Айҙар Ғәлиев, Оло Аҡа мәктәбенең география һәм тарих уҡытыусыһы Ирина Рәхимова.
Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы Почет грамотаһы менән: Әжекәй мәктәбенең математика уҡытыусыһы Зөлфиә Әсбапова, Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Миләш” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Илүсә Әфләтунова, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Илгизәр Ғилметдинов, Оло Ыҡтамаҡ Башҡорт гимназияһы китапханасыһы Илзида Ғәүнетдинова, Х. Я. Фәтҡуллин исемендәге Дыуан-Мәсетле мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Илзида Мөхәмәтова, Х. Я. Фәтҡуллин исемендәге Дыуан-Мәсетле мәктәбе директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Флүрә Йәрмөхәмәтова.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесенең рәхмәт хаттары тапшырылды: Оло Ыҡтамаҡ лицейының химия уҡытыу-сыһы Рәмзиә Мөхөбуллинаға, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Розалия Хорамшинаға, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Любовь Корягинаға.
Уҙғарыу пункты аудиторияһында имтихан ойоштороусылар Айгөл Айсина, Айһылыу Ғабдрахманова, Нина Крючкова, Светлана Худякова, мәғариф бүлегенең мәктәп туҡланыуы мәсьәләләре буйынса белгесе Лена Закирова, сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан, мәктәптә туҡланыуҙы ойоштороу буйынса отчет документтарын ваҡытында һәм сифатлы башҡарған, “Минең милли ризығым” республика флешмобын ойошторған һәм киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртҡан өсөн райондың мәғариф бүлеге Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының рәхмәт хаттары менән наградланды. Район хакимиәтенең Почет грамотаһына лайыҡ булдылар: Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Миләш” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Анфиса Бәләғетдинова, Вафа Әхмәҙуллин исемендәге Ләмәҙтамаҡ мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Ғәниева, Яңы Яуыш мәктәбенең өлкән вожатыйы Гөлнур Ғүмәрова, Оло Ыҡтамаҡ лицейының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Олеся Крылысова, Кесе Ыҡтамаҡ ауылының “Дюймовочка” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Елена Романчук, Башҡорт гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы Зөлфиә Хизбуллина, Яңы Мишәр мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлминаз Хисамова.
Район мәғариф бүлегенең Почет грамотаһы тапшырылды: Оло Ыҡтамаҡ ауылы “Светлячок” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Зимфира Әмироваға, Яңы Мишәр мәктәбенең биология уҡытыусыһы Гөлсәсәк Ғариповаға, Оло Ыҡтамаҡ лицейының физкультура уҡытыусыһы Рәфит Ниязовҡа, Яңы Мишәр ауылының “Умырзая” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Земфира Сәләховаға, Оло Ыҡтамаҡ гимназияһының тарих уҡытыусыһы Гөлнара Хәлиловаға.
Яңы 2021-2022 уҡыу йылына мәғариф учреждениеларын яҡшы әҙерләгән өсөн мәғариф бүлегенең Почет грамотаһы тапшырылды: Яңы Мөслим (етәксеһе – Альберт Зиганшин), Әжекәй (Альберт Солтанов), Ләмәҙтамаҡ (Фирҙәүес Ҡотлоева) урта мәктәптәре, Әбдрәхим (Гөлзәминә Ғилметдинова), Абдулла (Әлфиә Мәғәсүмова), Ҡорғат (Рөстәм Фәтихов) төп дөйөм белем биреү мәктәптәре, Туҡбай (Гөлфирә Вәлиева), Октябрьск (Рәмзилә Хәлимова) һәм Тайыш (Рәмилә Мөхәмәтйәнова) башланғыс мәктәптәре, Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Башаҡҡай” (Наталья Чистякова), Кесе Ыҡтамаҡ ауылының “Дюймовочка” (Елена Романчук) һәм Яңы Мишәр ауылының “Умырзая” (Земфира Сәләхова) балалар баҡсаларына.
Шулай уҡ был көндө ошо йылдың мартында башланғыс алған “Яҡташтар” проекты еңеүселәрен тантаналы ҡотланылар. Уның маҡсаты – хеҙмәте менән абруй ҡаҙанған хөрмәтле граждандарҙы асыҡлау. Еңеүселәр Голос РБ (golos.bashkortostan.ru) сайтында тауыш биреү юлы менән билдәләнде. Улар араһында мәсетлеләр ҙә бар.
“Мәҙәниәт һәм сәнғәт” номинацияһында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм Мәсетле районының почетлы гражданы Хәнифйән Әхмәтйәнов еңеүсе тип табылды. Ул 47 йыл эшләү дауамында халыҡ йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеүҙә райондың ғына түгел, республиканың мәҙәниәтен үҫтереүгә лә үҙ өлөшөн индерҙе. Уның етәкселеге аҫтында Мәсетле халҡы совет заманында булдырырға хыялланған тыуған яҡты өйрәнеү һәм ҡумыҙ музейы асылды. Башҡа маҡсаттары ла тормошҡа ашты – ауылдар тарихы, билдәле яҡташтар исеме мәңгеләштерелә, тарихи урындар яңыртыла, боронғо байрам һәм йолалар тергеҙелә. Район Мәҙәниәт һарайы һәм ауыл клубтарының музыкаль, вокаль, бейеү коллективтары бөтә республикала танылыу яуланы. Шулар араһында – Мәскәү ҡалаһы сәхнәләрендә лә сығыш яһаған “Ҡабырсаҡ” фольклор ансамбле. Төрлө конкурстарҙа лауреат һәм дипломант исемдәрен яулағандар ҙа күп.
“Һаулыҡ һаҡлау” номинацияһында Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы хирургы Раян Мөхәмәҙиев иң яҡшыһы тип билдәләнде. Ул –Баш-ҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының юғары квалификациялы хирургы. Пациенттары йыш ҡына район һәм республика баҫма матбуғаты аша рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Фиҙаҡәр хеҙмәт талап иткән ҡатмарлы һөнәр эйәһе Раян Вәис улы йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша. Йонос ауылы “Сапсан” хоккей клубына бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә, тарих битенән юҡҡа сыҡҡан Төрөпкилде ауылы урынында иҫтәлекле билдә, Бөйөк Ватан һуғышы фронтовиктары иҫтәлегенә мемориал ҡуйыуҙы ойоштора һәм бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеүселәрҙең береһе булып тора, “Шәжәрә” байрамын үткәреүҙә ҡатнаша.
Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Павел Ватолин “Ауыл хужалығы” номинацияһында билдәләнде. Ул 30 йылдан ашыу ғүмерен ошо өлкәгә бағышлаған. Ике тиҫтә йылдан ашыу Мәсетле районында ғына түгел, ә республиканың бөтә төньяҡ-көнсығыш райондары араһындағы иң ҙур һәм тотороҡло үҫешкән хужалыҡ – “Ленинский” ауыл хужалығы тауарҙары етештереүсе кооператив менән етәкселек итә. Ошо йылдар эсендә Павел Леонидович үҙенең алдында тыуған ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хеҙмәтсәндәренең йәшәү кимәлен яҡшыртыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ул бер туҡтауһыҙ етештереү һөҙөмтәһе, хеҙмәт етештереүсәнлеге, сығарған продукцияның сифаты һәм башҡа күрһәткестәр өҫтөндә эшләй.
Шәхси эшҡыуар Сергей Скрябин “Эшҡыуарлыҡ” номинацияһында алда килә.
“Дәүләт эшмәкәрлеге” номинацияһында әүҙем тормош позицияһы менән айырылып торған, район тормошона битараф булмаған “Социум” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы Флүр Дусмөхәмәтов еңеүсе тип танылды.

Педагогтарҙың август кәңәшмәһе: уҡыу йылы алдынан осрашыу
Педагогтарҙың август кәңәшмәһе: уҡыу йылы алдынан осрашыу
Автор:Айгуль  Шарапова