Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Район мәктәптәре яңы уҡыу йылына әҙерләнә

Йәй. Каникулдар. Балалар ял итә һәм көс йыя. Шул арала Мәсетле районы белем биреү ойошмаларында яңы уҡыу йылына әҙерлек эштәре әүҙем бара.

Район мәктәптәре яңы уҡыу йылына әҙерләнә
Район мәктәптәре яңы уҡыу йылына әҙерләнә

Ундағы әҙерлек эштәре барышы хаҡында райондың мәғариф бүлеге начальнигы Илдар Ғәлимов һөйләй.
– Яңы 2021-2022 уҡыу йылы башланғанға тиклем белем биреү ойошмаларында билдәләнгән ваҡыт эсендә бик күп ремонт һәм яңыртыу эштәрен башҡарыу бурысы тора. Уларҙың бер өлөшө тамамланған да инде.
Бөгөн “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” программаһы буйынса райондың өс мәктәбендә ремонт эштәре бара. Һөләймән ауылында иҫке тәҙрә блоктары тейешле талаптарға һәм стандартҡа ярашлы өлөшләтә яңы пластикка алмаштырылған. Абдулла мәктәбендә эвакуациялау юлына капиталь ремонт яһалған, Әбдрәхим мәктәбендә ҡыйыҡ ябылған.
Август айында “Мәғарифты үҫтереү” Рәсәй Федерацияһы дәүләт программаһының “Һәр баланың уңышы” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, Яңы Мишәр мәктәбе спорт залына капиталь ремонт эшләнәсәк. Был эште 25 авгусҡа тиклем тамамлау планлаштырылған.
Бөгөн райондың барлыҡ мәктәптәрендә һәм балалар баҡсаһында белем биреү ойошмалары хеҙмәткәрҙәре тарафынан ағымдағы һәм косметик ремонт эштәре башҡарыла.
Яңы уҡыу йылына әҙерләнеүселәр араһында бигерәк тә Яңы Мөслим мәктәбе коллективын билдәләп үтке килә. Улар бина эсен генә түгел, ә территорияны ла ремонтлаған.
Технологик ҡорамалдарҙы тикшереү, электр тогы үткәргестәренең изоляция ҡаршылығын үлсәү, автоматик янғын сигнализацияларының эшен техник һынау кеүек сараларҙы үҙ эсенә алған әҙерлек барлыҡ белем биреү ойошмаларында штат режимында һәм финанс-хужалыҡ эшмәкәрлеге планына ярашлы бара.
Районда белем биреү ойошмаларын һәм уларҙың филиалдарын яңы уҡыу йылына ҡабул итеү ведомство-ара комиссия тарафынан 6 августа башлана.
Ә 1 сентябрҙә инде белем биреү ойошмаларында балаларҙы матур һәм таҙа кабинеттар ҡаршы аласаҡ.

Район мәктәптәре яңы уҡыу йылына әҙерләнә
Район мәктәптәре яңы уҡыу йылына әҙерләнә
Район мәктәптәре яңы уҡыу йылына әҙерләнә
Автор:Наталья  Русинова