Бөтә яңылыҡтар

Тағы бер уҡыу йылы артта ҡалды

Мәсетле районы мәктәптәрендә сығарылыш класс уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраны. Оло Ыҡтамаҡ лицейында барыһы өсөн дә тулҡынландырғыс тантаналы линейкаға сығарылыш класс уҡыусылары, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр йыйылды.

Уҡытыусылар һәм мәктәп етәкселеге яңы тормош юлына баҫҡан йәштәргә уңыштар, аҡ юл теләне.
Быйыл 19 ҡыҙ һәм егет “Уҡыуҙа өлгәшкән айырым уңыштары өсөн” миҙалына дәғүә итә.
Мәктәпте тамамлаусыларҙы район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Вадим Саҙиҡов ҡотланы. Ул уҡыусыларға дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын уңышлы тапшырыуҙарын, уҡытыусыларға сәләмәтлек, бөтмәҫ көс-ҡеүәт һәм педагогик хеҙмәттә уңыштар теләне.
Районда йыл һайын уҙғарылған “Йыл уҡыусыһы” конкурсында быйыл ете уҡыусы ҡатнашты. Унда Оло Ыҡтамаҡ лицейының 11-се класс уҡыусыһы Анастасия Меркулова (лицей) еңеүсе тип табылды. Призерҙар – 11-се класс уҡыу-сыһы Елизавета Бәҙәмшина (лицей) һәм Айгөл Әхтәрова (Оло Аҡа мәктәбе). Улар уҡыу алдынғылары, төрлө олимпиада, конкурс, ярыштарҙа еңеүселәр һәм призерҙар, мәктәп һәм район тормошондағы йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашалар. Был көндө уларға һәм уҡытыусыларына почет грамоталары тапшырылды.
Өлкән класс уҡыусылары бейеү әҙерләгән. Һуңғы ҡыңғырау шылтыратыу хоҡуғы 11-се класс уҡыусыһы Денислам Сәфәров менән беренсе класс уҡыусыһы Ангелина Орловаға бирелде.
Алда сығарылыш класы уҡыу-сылары өсөн яуаплы, көсөргәнешле мәл – сығарылыш имтихандарын тапшырыу. Уларға һынауҙар-ҙы уңышлы үтеп, ҡуйған маҡсаттарына ирешеүҙәрен теләйбеҙ!
Белешмә
Мәсетле районының 24 белем биреү учреждениеһында 2020-2021 уҡыу йылында 2702 уҡыусы белем алды. 9-сы класты 253 уҡыусы тамамлай, 11-се класты – 89.