Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Лицей уҡыусылары тәмәке тартыуға ҡаршы

Тәмәке тартыуҙың киң таралыуы оло бер проблемаға әйләнеп килә. Тәмәкенең кеше сәләмәтлегенә ҙур зыян килтереүен барыһы ла белә, әммә был насар ғәҙәттән арыныу ауыр.

Мәғариф учреждениелары өсөн дә ят күренеш түгел ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Балалар араһында ҡулға тәмәке алырға әйҙәгән сәбәптәрҙең береһе – “ирмәк өсөн”, “былай ғына”, “компания менән бергә”, “ололар кеүек күренер өсөн”.
Балалар һәм үҫмерҙәр араһында тәмәке тартыу проблемаһын күрһәтеү өсөн Оло Ыҡтамаҡ лицейында 10-11 класс уҡыусылары ҡатнашлығында “Беҙ тәмәке тартыуға ҡаршы” исемле “Түңәрәк өҫтәл” уҙҙы.
Интерактив әңгәмә формаһында лицей уҡыусылары менән педагог-психолог Эльмира Дилмөхәмәтова, социаль педагог Зөлфиә Ғилманшина, Оло Ыҡтамаҡ ауылы үҙәк район дауаханаһының профилактика кабинеты шәфҡәт туташы Таңһылыу Нәбиуллина, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең бокс буйынса тренеры Ринат Ҡазыханов әңгәмәләште. Улар тәмәке менән бер рәттән киң таралған снюс, кальян тартыуҙың зыяны, бигерәк тә йәш үҫмерҙәр сәләмәтлегенә кире йоғонтоһо тураһында төплө аңлатты.
Алтынсы класс уҡыусылары “Тәмәке тартыусы үҫмерҙәр” күренешен сәхнәләштерҙе.
Сара барышында уҡыусылар тәмәкенең килеп сығыу, беҙҙең илдә таралыу тарихын, яҡшы һәм яман ғәҙәттәр тураһында, кешенең тартыуын нисек билдәләргә икәнлеген белде. Яман ғәҙәттең ҡыҙҙар араһында таралыуы ла иғтибарһыҙ ҡалманы.
Сарала ҡатшаныусылар тәмәкенең төрлө дозала, йәшкә ҡарамай, бигерәк тә үҫеп килгән йәш организмға зарарлы, хәүефле һәм ағыулы икәнен аңланы. Уны ҡулланыу физик һәм психик һаулыҡты, беҙҙең милләттең генофондын ҡаҡшата.
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар класташтары араһында яман ғәҙәттең таралыуына юл ҡуймаҫҡа, дуҫтарыңа иғтибарлы булырға, ваҡытында уларҙы тыйырға һәм ярҙам итергә, “Беҙҙең лицейҙа тартмайҙар!” принцибы менән йәшәргә тигән фекергә килде.
Сара һуңында уҡыусыларға “Беҙ тартыуға ҡаршы!” тип аталған буклеттар тапшырылды.