Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Баланы мәктәпкә нисек яҙҙырырға

Алты йәш ярымдан алып һигеҙ йәшкә тиклемге кескәйҙәрҙе 2021 йылда беренсе класҡа яҙҙырыу бөтә ил буйынса 1 апрелдән, йәғни ғәҙәттәге ваҡыттан ике айға һуңыраҡ башлана.

Федераль ҡануниәттә билдәләнгәнсә, ата-әсә йәшәгән урындан йыраҡ түгел бер нисә мәктәпте һайлай ала, әммә балағыҙҙы тәү сиратта өйөгөҙ беркетелгән мәктәпкә аласаҡтар. Ҡалғандарына – буш урын булғанда ғына.
Прописка буйынса һәм төрлө ташламаға хоҡуҡлыларҙан ғаризалар ҡабул итеү 2021 йылдың 1 апреленән башлана, 2021 йылдың 30 июнендә тамамлана. Ҡалған ата-әсәләрҙән – 6 июлдән 5 сентябргә саҡлы. Теркәлгән биләмәлә йәшәүенә ҡарап һәм шулай уҡ тәү сиратта ҡабул ителеү хоҡуғына эйә булған балаларҙан ғаризалар ҡабул итеп бөткәс, мәктәп өс көн эсендә, йәғни 3 июлдән дә һуңға ҡалмай, 1 класҡа ҡабул итеү тураһында акт сығара.
Мәктәпкә беркетелгән биләмәлә йәшәгән һәм уҡырға алыныу өҫтөнлөгөнә эйә булған балаларҙың ата-әсәләре 30 июнгә тиклем ғаризалар тапшырып өлгөрһә, йәшәү урыны буйынса теркәлмәгән балаларҙы ҡабул итеү ваҡытынан алда башлана. Шуға күрә мәктәптең рәсми сайтындағы яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ.
Баланы беренсе класҡа уҡырға ҡабул итеүҙәрен һорап ғаризаны дәүләт хеҙмәте сайты йәиһә “Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрен электрон комплектлау” порталы (https://complect.edu-rb.ru) аша ебәрергә мөмкин. Ике осраҡта ла мәктәпкә төп нөсхәләге документтар менән үҙегеҙгә шәхсән килергә һәм льготалар булыу-булмауын, балаға өҫтәмә ихтыяж (мәҫәлән, яраҡлаштырылған программа) кәрәклеген йәиһә юҡлығын күрһәтеп, ғариза яҙырға кәрәк. Мәктәптә һеҙгә бланк биреләсәк.
Беренсе класҡа ҡабул итеү өсөн документтар исемлеге:
ата-әсәнең паспорты (төп нөсхәһе һәм күсермә);
бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ (төп нөсхәһе һәм күсермә);
баланың йәшәү урыны буйынса теркәлеү тураһындағы таныҡлыҡ (паспорт өҫтәлендә заказ биреп алына).
Шулай уҡ өҫтәмә документтар кәрәк булыуы ихтимал:
опека йәки попечителлекте раҫлаусы документ;
ата-әсәнең эш урынынан белешмә (мәктәпкә ҡабул итеү льготаларына эйә булһа);
психологик-медик-педагогик комиссия һығымтаһы күсермәһе (сәләмәтлегенә зыян килгән осраҡта).
Мәктәпкә барғанда льготаға эйә булғандар исемлеге:
Интернат булған мәктәптәргә прокуратура, суд, тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәренең балалары сираттан тыш йүнәлтмә ала.
Интернаты булмаған мәктәптәргә – полиция хеҙмәткәре булмаған хәрби һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре балалары.
Әгәр ҙә буласаҡ беренсе класс уҡыусыһының ағаһы йәки апаһы мәктәптә уҡый икән, улар бында тәү сиратта алына.
Барлыҡ һорауҙар буйынса өҫтәмә мәғлүмәтте 8 (34770) 2-00-09 телефон һандары аша алырға мөмкин.