Бөтә яңылыҡтар

Беренсе тапҡыр – беренсе класҡа

Рәсәйҙә беренсе класҡа алыуҙың яңы тәртибе раҫланды. Ул ошо йылда уҡ ғәмәлгә инә.

2021 йылдан теркәлгән биләмәлә йәшәүенә ҡарап, шулай уҡ тәү сиратта ҡабул ителеү хоҡуғына эйә булған балаларҙы (мәктәптә өлкән апай-ағай-ҙары уҡыған балалар, полиция, эске эштәр бүлеге, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең балалары һәм башҡалар) беренсе клас-ҡа ҡабул итеү кампанияһы 1 апрелдә башлана һәм ағымдағы йылдың 30 июненә тиклем дауам итә. Элек был эш 1 февралдән башлана ине.
Белем биреү ойошмаһы етәксеһе ғаризалар ҡабул итеү тамамланғандан һуң өс эш көнө дауамында балаларға уҡырға ҡабул итеү тураһында акт сығара.
Федераль Мәғариф министрлығы бойороғо буйынса мәктәпкә беркетелгән биләмәлә йәшәмәгән балалар- ҙы буш урындарға ҡабул итеү 6 июлдән 5 сентябргә тиклем ойошторола һәм буш урындар тулғансы дауам итә. Ата-әсәләр баланы мәктәпкә ҡабул итеүҙәрен һорап ғаризаны 5 сентябргә хәтлем яҙа ала.
Мәктәп беркетелгән биләмәлә йәшәгән һәм уҡырға алыныу өҫтөнлөгөнә эйә булған балаларҙы 6 июлгә тиклем ҡабул итеп өлгөрһә, бойороҡта аталған ваҡыттан алда урынға дәғүә итеүселәрҙән ғаризалар ҡабул итеүҙе башлай ала.
Мәктәпкә беркетелгән адрестар исемлеге мәктәп сайтында һәм мәғлүмәт таҡтаһында 15 марттан да ҡалмай урынлаштырылырға тейеш. Баланы беренсе класҡа уҡырға ҡабул итеүҙәрен һорап ғаризаны мәктәпкә алып барырға йәиһә электрон формала мәктәптең электрон почтаһына һалырға, шулай уҡ дәүләт хеҙмәте сайты аша “Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрен электрон комплектлау” порталы аша ебәрергә мөмкин. Мәктәпкә ҡабул итеү өсөн ғариза өлгөһө һәм уға беркетелгән документтар исемлеге мәктәп сайтында булырға тейеш.
Беренсе класҡа сәләмәтлек торошо буйынса ҡаршылыҡтар булмаған балаларҙы алты йәш ярымдан алып һигеҙ йәшкә тиклем ҡабул итәләр. Был йәштән кесе йәиһә өлкән балаларҙы мәктәпте ойоштороусы рөхсәте менән алалар. Беҙҙең районда уның ойоштороусыһы булып район хакимиәте тора.
Дөйөм ҡағиҙә буйынса, мәктәптә буш урын булмау сәбәпле, ҡабул итеүҙән баш тартыуҙары ихтимал. Был осраҡта ата-әсәгә буш урындары бул-ған башҡа мәктәпкә ҡабул итеүҙәрен һорап мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Беренсе класҡа ҡабул итеү өсөн документтар исемлеге: бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ; баланың йәшәү урыны буйынса теркәлеү тураһындағы йәиһә беркетелгән биләмәлә йәшәү тураһында таныҡлыҡ, йәиһә бала йәшәү урыны буйынса теркәлеү тураһында йәиһә беркетелгән биләмәлә йәшәү тураһында мәғлүмәт биргән документ; белем биреү учреждениеһына уҡырға алыныу өҫтөнлөгөнә эйә булыуын раҫлаусы документ.
Мәсетле районы мәғариф бүлеге.