Интернеттың тиҙлеге түбән булған ауылдарҙа электрон кейстар ҡулланыла. Был форматта 852 дәрес уҙғарылған. Ҡағыҙ кейстар ярҙамында уҡыу 343 дәрес тәшкил итә. Ундай осраҡта дүшәмбе, шаршамбы, йома дежур уҡытыусы мәктәп автобусында адрестар буйынса кейстар таратып сыға һәм башҡарылған өй эштәрен йыйып ала. Өйөндә интернеты һәм компьютеры булмаған 198 бала шул форматта шөғөлләнә.
Өйҙән тороп уҡыу Пионерҙар һәм уҡыу- сылар йортонда, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә лә ойошторолған. Дәрестәрҙең теҙмәһе ата-әсәләргә һәм балаларға еткерелгән.
Мәктәптәрҙә дежур төркөмдәрҙә 11 уҡыусы шөғөлләнә. “Ромашка”, “Ҡояшҡай”, “Светлячок”, “Башаҡҡай”, Әләгәҙ ауылының “Родничок” балалар баҡсаларында барлығы биш дежур төркөм эшләй. Уларға 23 бала йөрөй.
Эксперттар фекеренсә, баланың уҡыуында һәр яҡ ҡыҙыҡһынғанда ғына тулы ҡиммәтле уҡыу мөмкин буласаҡ.