Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Взлетай” проекты менән яңы үрҙәргә иреш

Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең 2019 йылдың 13 авгусындағы бойороғо нигеҙендә Оло Ыҡтамаҡ ауылының 1-се лицейында 800 кешелек һәм унан күберәк һанлы мәктәптәр өсөн иҫәпләнгән “Взлетай” белем биреү проекты индерелә. “Взлетай” проектын бойомға ашырыу сығарылыш уҡыусыларында юғарыраҡ яраҡлашыу һәләттәрен формалаштырырға ярҙам итәсәк.

Уҡыу йылы башынан унынсы класс уҡыусыларында “Иркен һөйләш”, “Спорт менән дуҫ бул”, “Шахмат уйнарға өйрән”, “Интерактив башҡорт теле”, “Сәләмәт йылмайыу” модулдәре буйынса дәрестән тыш эшмәкәрлек уҙғарыла.
“Иркен һөйләш” һәм “Интерактив башҡорт теле” модулдәрендә балалар яҡшы уҡырға, инглиз һәм башҡорт телдәре грамматикаһына эйә булырға ғына түгел, ә иркен һөйләшергә лә өйрәнә. Был өҫтәмә курстар уҡыусыларға көнкүрештәге телмәрҙе үҙләштерергә, иркенерәк аралашырға мөмкинлек бирәсәк.
“Спорт менән дуҫ бул”, “Шахмат уйнарға өйрән” – спорт модулдәре. унда балалар самбо алымдарын өйрәнә һәм шахмат уйнағанда интеллектуаль һәләттәрен үҫтереп, ваҡыттарын күңелле уҙғара.
“Сәләмәт йылмайыу” модуле өсөн 1-се лицей стоматология ҡорамалы алды. Кабинет әҙер ҙә инде, үҙәк район дауаханаһы менән берлектә ойоштороу мәсьәләләре хәл ителеү менән ул тәүге пациенттарын – уҡыусыларҙы ҡабул итәсәк.