Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт гимназияһы юбилейын ҡаршылай

Оло Ыҡтамаҡ ауылының Башҡорт гимназияһы быйыл 35 йыллыҡ юбилейын билдәләй.

Ул 1985 йылдың 1 сентябрендә һигеҙ йыллыҡ мәктәп булараҡ ишектәрен аса. Тәүге директоры – Урал Сиражетдинов. Ауыл ҙурая барыуға бәйле мәктәптә урындар етмәгәнлектән, ә ул хәҙерге “Миләш” балалар баҡсаһында урын-лашҡан була, яңы мәктәп бинаһына ихтыяж тыуа. Шулай итеп, 1990 йылда 700 урынға иҫәпләнгән типовой бина төҙөлә. 2008 йылда мәктәп “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә инновацион дөйөм белем биреү учреждениелары араһында “Рәсәйҙең иң яҡшы мәктәптәре” конкурсында еңеүсе була. 2012 йылда Башҡорт гимназияһы статусы бирелә.
Уҡыу йорто ҡарамағында интернат эшләп килә. Гимназия етәкселеге тәрбиәселәр менән бергә интернат тәрбиәләнеүселәренә яҡшы уҡыу һәм йәшәү өсөн уңайлыҡлы шарттар булдыр-ған.
2014 йылдан интернат тәрбиәләнеүселәре ҡатнашлығындағы “Замана балалары” командаһы Башҡортостан Республикаһы Юниор КВН лигаһы Ҙур фес-тивалендә ҡатнаша. Команда рәхмәт хаттары, грамоталар, ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнә, ә Айтуған Нухов “Иң яҡшы ирҙәр роле” номинацияһында бер нисә тапҡыр еңеүсе тип табыла.
Уҡыуҙарҙан азат йәйге ваҡытта ла гимназия буш тормай. Быйыл гимназия менән бер рәттән “Ҡарлуғас” лагеры ла юбилейын билдәләй: 10 йыл район балаларын йәйге ялда ҡабул итә. Ошо йылдар дауамында лагерҙың начальнигы вазифаһын Айгөл Зәбихуллина башҡара.
Уҡытыусылары менән дан тота гимназия
Бөгөн Башҡорт гимназияһында белемле 50 уҡытыусы үҙ эшен камил һәм профессиональ башҡара. Педагогтар-ҙың күпселеге юғары категорияға эйә. Зөлфиә Әбүбәкирова, Людмила Глухова, Ольга Кутлуева һәм Эльвира Дистанова Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы почет грамоталары менән бүләкләнгән, Айгөл Айсина, Зилиә Фәт-ҡуллина, Зилә Миндибаева һәм Лира Әсәҙуллина – Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы почет грамоталары менән.
Альбина Ғәниева – Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре, Флүзә Юнысова, Айҙар Фәтҡуллин һәм Ғәлимә Шәрипова – Башҡорт-остан Республикаһының мәғариф отличниктары.
Гимназия үҙенең педагогик хеҙмәт ветерандары менән ғорурлана. Оҙаҡ йылдар бында Клара Мөхәмәтова, Раиса Закомлистова, Тальвик Камалов, Ирина Дремина, Луиза Хафизова, Динә Моратова, Серафима Ярушина, Рәмил Әмиров, Гөлшат Мөхәмәтвәлиева һәм Зифа Шәмсетдинова хеҙмәт иткән. Был уҡытыусыларға һоҡланғыс педагог Василий Сухомлинскийҙың: “…ничто так не удивляет подростка, ничто с такой силой не пробуждает стать лучше, как умный, интеллектуально богатый и щедрый человек” тигән баһаламаһы тура килә. Педагогик хеҙмәт ветерандарына алмашҡа йыл һайын йәш педагогтар, ҡағиҙә булараҡ, элекке уҡыусылары килә. Улар даими рәүештә педагогик оҫталыҡ конкурстарында лайыҡлы һөнәри кимәл күрһәтә. Мәҫәлән, әлеге уҡыу йылында йәш педагогтар Әлфиә Ғәлиәскәрова, Эльвира Ғәлләмова, Светлана Рәхимова һәм Алина Солтанова республика гранттарына эйә булды.
Заман менән бергә
Уңышлы эшләүҙең төп шарты булып матди һәм уҡыу базаһы тора. Гимназияның бөтә уҡыу кабинеттары ла заманса электрон техника, интернетҡа сығыу мөмкинлеге биргән интерактив ҡорамалдар менән йыһазландырылған, улар предмет дәрестәрендә киң ҡулланыла. Бөтә ошолар уҡытыусыларға уҡытыу процесын сағыу, күргәҙмәле, динамикалы итергә мөмкинлек бирә.
Гимназия уҡыусыларының һәләттәрен үҫтереү буйынса артабанғы эште яҡшыртыу, киләсәктә Бөтә Рәсәй олимпиадаларының төбәк этаптарында ҡатнашыу һәм еңеү маҡсатында гимназия базаһында “Үҫеш нөктәһе” гуманитар һәм һанлы профилдәр белем биреү үҙәге формаһында “Хәҙерге заман мәктәбе” төбәк проекты индерелә.
Уҡытыусының даны – уҡыусыларында
Башҡорт гимназияһында 485 бала белем ала.
Ни сәсһәң, шуны урырһың… Уҡытыусының бурысы – гүзәллек, аҡыл, яҡтылыҡ орлоғо сәсеү. Үҙенә ҡарата талапсан уҡытыусылар бар белемдәрен һәм оҫталыҡтарын уҡыусыларына бирә. Сығарылыш уҡыусыларының белем сифаты, БДИ һөҙөмтәләре, балаларҙың олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙағы еңеүҙәре уларҙың хеҙмәт һөҙөмтәһе булып тора. 35 йыл эшләү дәүерендә гимназия 19 алтын һәм 41 көмөш миҙалсы сығарған. Эшмәкәрлек осороноң сағыштырмаса ҙур булмауына ҡарамаҫтан, белем усағы үҙенең күп кенә сығарылыш уҡыусылары менән ғорурлана ала. Улар араһында табиптар, уҡытыусылар, инженерҙар, хәрбиҙәр, иҡтисадсылар, социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа һөнәр эйәләре бар.
Спортта ла, ижадта ла…
Башҡорт гимназияһы уҡыусылары физкультура һәм спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Бына инде бер нисә йыл улар Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының район спартакиадаһында призлы урындар алыуға ирешә. Әлеге уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса: Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған волейбол, республиканың 100 йыллығына арналған мини-футбол, “Оранжевый мяч” һәм “КЭС-БАСКЕТ” баскетболы буйынса – 1-се; 1-се лицей-ҙың 146 йыллығына арналған волейбол турнирында, Республика көнөнә арнал-ған мини-футбол һәм саңғы уҙышы буйынса – 2-се; Сәләмәтлек һәм спорт декадаһына ярашлы ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында волейбол буйынса – 3-сө урындар. Шулай уҡ үҫмер егеттәр командаһы “Оранжевый мяч” баскетбол буйынса зональ ярышта 3-сө урын алды. Быларҙың барыһы ла – физкультура уҡытыусылары Гөлназ Муллағәлиева менән Айҙар Фәтҡуллиндың хеҙмәте.
Спортсыларҙан туристар ҙа ҡалышмай. Улар йыл һайын туризм һәм йүнәлеш алыу буйынса район ярыштарында беренсе урындар ала (етәкселәре – Гөлназ Ниғәмәтйәнова).
“Хәүефһеҙ тәгәрмәс” йәш юл хәрәкәте инспекторҙары республика конкурс-фестиваленең муниципаль этабында еңеүселәр булып, гимназия уҡыу-сылары республика этаптарында беҙҙең район исеменән сығыш яһай. Мәҫәлән, былтырғы уҡыу йылында гимназистар бөтә республика буйынса 60 команда араһында бишенсе урын алды (етәкселәре – Елена Щипунова).
Йыл һайын Әҙилә Йыһанурова, Резеда Кулова, Роза Биктимерова (етәкселәре – Людмила Глухова), Илгизә Йосопова һәм Искәндәр Вәлитов (Лилиә Мөхтәрова), Зөлфиә Хафизова, Айлина Шарапова, Эльвина Шаап (Людмила Сычкина) ижади конкурстарҙа алдын- ғы позицияларҙы тота. Тимур Зәйнуллин, Илдар Шакирйәнов һәм Марат Рафиҡов – технология буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы призерҙары (Илмир Хәйретдинов).
Гимназия уҡыусылары башҡорт телендәге ижади бәйгеләрҙә лә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Был уҡыу йылында Дилбәр Мофазалова “Республикама дан йырлайым” республика иншалар конкурсында икенсе урын алды (етәксеһе – Зилиә Фәтҡуллина). Әҙилә Дәүләтова менән Гүзәлиә Әбүбәкирова “Минең хыялым” республика иншалар конкурсында еңеүсе булдылар (етәкселәре – Зилә Миндибаева), Адик Рәхимов – Салауат Юлаев шиғырҙарын яттан һөйләүселәр район конкурсы призеры (Айгөл Айсина). Уҡытыусы Зилә Миндибаева “Йөрәктән – йөрәккә” республика шиғыр һөйләүселәр конкурсы дипломы менән бүләкләнде.
Башҡорт гимназияһы коллективы ойошмалар һәм предприятиеларҙың хеҙмәт коллективтары араһында “Һәләттәре менән балҡый Мәсетле ере” I сәнғәт һәүәҫкәр артистар фестивалендә Гран-при яуланы.
Гимназияла Пионерҙар һәм уҡыу- сылар йортоноң балаларға өҫтәмә белем биреү берләшмәләре эшләп килә: бейеү буйынса һәм “Оҫта ҡулдар” түңәрәктәрен Гүзәл Ҡазыханова алып бара, сәсәндәр менән Зилиә Фәтҡуллина шөғөлләнә, тыуған яҡты өйрәнеүселәр Елена Щипунова етәкселегендә эшләй, туризмды Гөлназ Ниғәмәтйәнова алып бара, йыр серҙәренә Лилиә Мөхтәрова менән төшөнәләр, Зилә Миндибаева тырышлығы менән телевидение йондоҙҙары ҡабына. Шулай уҡ Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенән өс берләшмә эшләп килә. Уҡыусыларҙың 65 проценты өҫтәмә белем ала.
Башҡортостан Республикаһы башлығы күрһәтмәһенә ярашлы, 3 “б” клас-та “Сәләмәт быуын – көслө төбәк” спорт-мәғариф проекты ойошторолған (етәкселәре – Лира Әсәҙуллина һәм Гөлназ Муллағәлиева). Тәүге һөҙөмтәләр бар ҙа инде: бер уҡыусы ГТО нормаларын “алтын”ға тапшырған, бишәүһе – “көмөш” миҙалға, һигеҙе – “бронза”ға.
Төрлө йылдар-ҙа уҡыу йортоноң директоры вазифаһын Урал Сиражетдинов, Вәсил Миңләхмәтов, Марс Ғәүнетдинов, Салауат Даянов, Илдар Ғәлимов, Илһам Хафизов, Гөлшат Мөхәмәтвәлиева башҡарҙылар. 2016 йылдан Башҡорт гимназияһы коллективын Зөлфиә Әбүбәкирова етәкләй.
Оло Ыҡтамаҡ Башҡорт гимназияһы коллективы 1995, 2000, 2005, 2010, 2015 йылдарҙа мәктәпте тамамлаусыларҙы 1 февралдә киске сәғәт 5-кә гимназияның тамашалар залына осрашыу кисәһенә саҡыра.
Туристы
Башҡорт гимназияһы спортсылары.