Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Мәктәптәрҙән хәбәрҙәр

Райондың барлыҡ мәктәптәрендә Бөтә донъя бала көнөнә арналған саралар үтте. Шулай уҡ “Үлемде ҡайҙа һатыуҙарын хәбәр ит!” акцияһы һәм һөнәр һайлау йүнәлешендәге шәмбе дәрестәре үтте.

Йыл һайын 20 ноябрҙә бик мөһим документ – “Бала хоҡуҡтары тураһында конвенция” ҡабул ителеүгә арналған Бөтә донъя бала көнө билдәләнә. Был дата балаларҙың именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

Ошо датаға бәйле Абдулла мәктәбендә танып белеү сараһы ойошторолдо. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәфис Носратуллин РФ Ғаилә кодексының 56-сы (Баланың яҡлауға хоҡуғы) һәм 57-се (Баланың үҙ фекерен белдереүгә хоҡуғы) статьялары тураһында уҡыусыларға аңлайышлы итеп һөйләне. Уның сығышы шулай уҡ балаларҙа һәм үҫмерҙәрҙә ярамаған ҡылыҡтарға кире мөнәсәбәт булдырыуға, үҙ хоҡуҡтарын яҡлауға ынтылыуға, башҡаларҙың хоҡуҡтарын хөрмәт итеүгә саҡырыуға йүнәлтелгәйне. Ауыл хакимиәте башлығы менән осрашыу бик йәнле үтте, балалар бик күп һорауҙар бирҙе.

* * *

11-22 ноябрҙә республика территорияһында “Үлемде ҡайҙа һатыуҙарын хәбәр ит!” Бөтә Рәсәй акцияһының икенсе этабы уҙҙы. Акцияның маҡсаты – наркотиктар- ҙың законһыҙ әйләнешенә йәмәғәтселектең иғтибарын йүнәлтеү.

Акция барышында Әләгәҙ һәм Түбәнге Бобин мәктәптәрендә уҡыусылар ведомстволар вәкилдәре менән осрашты. Балиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор Регина Ғәниева наркоманияны, алкоголизмды, тәмәке тартыуҙы профилактикалау буйынса әңгәмә уҙғар-ҙы, шулай уҡ ниндәй ярамаған ғәмәлдәр өсөн балаларҙы административ һәм енәйәт яуаплылығына йәлеп итеүҙәре ихтимал булыуы тураһында аңлатты. Юл хәрәкәте хәүеф-һеҙлеген пропагандалау буйынса инспектор Вадим Шәрипов Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү, ҡараңғы ваҡытта яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар тағып йөрөү кәрәклеге тураһында һөйләне. Мәғариф бүлегенең төп белгесе Альбина Ғәлимова барыһын да сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға саҡырҙы.

Балаларға буклеттар, иҫкәртеүсе памяткалар таратылды.

* * *

Оло Ыҡтамаҡ лицейының башланғыс кластарында һөнәр һайлау йүнәлешендәге шәмбе дәрестәре барышында “Әсәйемдең профессияһы” һүрәттәр һәм “Һөнәрҙәр донъяһы” коллектив проекттар конкурсы уҙғарылды, янғын һүндереү бүлегенә (һүрәттә), китапханаға, “Ҡарағай” шифаханаһының минераль һыу цехына, тегеү ательеһына экскурсия ойошторолдо.

5-8 кластарҙа белем алыусылар өсөн “Һөнәрҙәр иленә юл” квесы уҙғарылды, ә өлкән класс уҡыусылары Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты вәкилдәре менән осрашты.