Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт юниор КВН лигаһы сезоны асылды

Республиканың ҡала һәм райондарында зональ фестивалдәр ойоштороп тормай, ете йылға беренсе тапҡыр Өфөлә ҙур фестиваль үтте.

“Торатау” конгресс холында Башҡортостан райондары һәм Рәсәй төбәктәре белем биреү һәм урта махсус белем биреү йорттары уҡыусыларынан торған 22 команда осрашты. Төньяҡ-көнсығыш исеменән сығыш яһаған биш команда, шул иҫәптән Оло Ыҡтамаҡ ауылының Башҡорт гимназияһынан “Замана балалары” командаһы (һүрәттә) юғары һөҙөмтәләргә иреште.

Һуңынан Мәсәғүт ауылында Башҡорт асыҡ КВН лигаһының зональ уйындары үтте. Унда ҡатнашҡан һигеҙ мәктәп коллективының икеһе беҙҙең райондан ине – Башҡорт гимназияһы һәм Яңы Яуыш мәктәбе уҡыусылары.

Башҡорт гимназияһының Гүзәл Йәрмөхәмәтованан, Айтуған Нуховтан, Айтуған Зәйнетдиновтан һәм Илдар Шакирйәновтан торған “Замана балалары” командаһы лайыҡлы сығыш яһап, диплом һәм грамоталар менән бүләкләнделәр. Ә Айтуған Нухов “Иң яҡшы ирҙәр роле” номинацияһында еңеү яуланы.

Яңы Яуыш мәктәбенең “Әйлеләр” командаһы “Уйын асышы” номинацияһында иң яҡшыһы булып сыҡты.

КВН-да ҡатнашыусылар барыһы ла ҡуйылған бурыстарҙы тапҡыр һәм тиҙ башҡарҙы. Улар-ҙың барыһын да бер нәмә – туған телгә һөйөү берләштерә ине. Уйында ҡатнашыусылар был осрашыуҙы оҙаҡ йылдар күңелдәрендә йылы хәтирә итеп һаҡлап йөрөтөр.

Айгөл ЗӘБИХУЛЛИНА,

“Замана балалары” командаһы етәксеһе.