Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Мәсетле районы – “йәшел” зонала

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы тарафынан 2019 йылғы БДИ һөҙөмтәләре буйынса муниципаль берәмектәр рейтингы төҙөлгән.

Рейтинг тотош республиканың белем биреү системаһы эшмәкәрлегенә, муниципаль белем биреү системаларының һәм белем биреү учреждениеларының эш һөҙөмтәләренә баһа бирергә, шулай уҡ дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һөҙөмтәләре нигеҙендә муниципалитет- тарҙың методик берекмәләре эш йөкмәткеләрен һәм формаларын камиллаштырыу өсөн саралар күрергә мөмкинлек бирә.

Муниципалитеттар рейтингта Федераль белем биреү өлкәһендә күҙәтеү буйынса хеҙмәт менән оҡшашлыҡ буйынса БР Мәғариф министрлығы тарафынан билдәләнгән критерийҙар буйынса ирешелгән һөҙөмтәләргә ҡарап “йәшел”, “һары” һәм “ҡыҙыл” зоналарға бүленә. “Йәшел” зонаға инеүсе муниципалитеттар ойоштороу-технологик оҙатылыштың һәм дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының юғары кимәлен күрһәтә.

Рейтингта Мәсетле районы, мөмкин булған 170 балдың 155-ен йыйып, “йәшел” зонаға инде.

Әйтергә кәрәк, 2019 йылда районда 104 кеше БДИ тапшырған.

Мәғариф бүлеге.