Бөтә яңылыҡтар

Бына яуаплы мәл етте

Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы башланыуға өс көн булып китте. Мәктәптә иң яҡшы күрһәткестәргә ирешкән ҡыҙҙар һәм егеттәр был аҙнала экология, донъя сәнғәт мәҙәниәте һәм хоҡуҡ буйынса эштәр башҡарҙы.

Район олимпиадаһына әҙерләнеү һәм уҡыу предметтары концепцияларын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында Оло Ыҡтамаҡ лицейы базаһында икенсе йыл рәттән “Көҙгө мәктәп” эшләй. Төп һәм урта дөйөм белем биреү мәктәптәренең 8-11 кластарынан һәләтле балалар математика, физика, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, рус теле, әҙәбиәт буйынса дәрестәргә йөрөнө. Бынан тыш, 11 кластарҙан 81 уҡыусы дүртенсе декабрҙә үтәсәк йомғаҡлау иншаһына әҙерләнде.

Йомғаҡлау иншаһы берҙәм дәүләт имтихандарына рөхсәт алыу өсөн башланғыс этап булып тора. Имтихан темалары йомғаҡлау иншаһы башланғанға тиклем 15 минут алдан билдәле буласаҡ. “Война и мир” (бөйөк китаптың 150 йыллығына), “Надежда и отчаяние”, “Гордость и смирение”, “Он и она”, “Добро и зло” йүнәлештәре буйынса биш теманың береһен һайларға мөмкин буласаҡ. Баһа “зачет-незачет” системаһы буйынса ҡуйыла. Ҡәнәғәтләнерлек баһа алмағандар өсөн 2020 йылдың 5 февралендә һәм 6 майында ҡайтанан тапшырыу мөмкинлеге буласаҡ. Инша биш критерий буйынса баһалана: темаға тап килеү, аргумент килтереү һәм әҙәби материалды йәлеп итеү, композиция, телмәр сифаты, грамоталы яҙыу.