Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы үтте

Оло Ыҡтамаҡ ауылының Башҡорт гимназияһында баш-ҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы үткәреү традицияға әйләнгән. Быйыл да һәр көн ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн фәһемле һәм ҡыҙыҡлы саралар ойошторолған. Уҡыу йортоноң башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Айсина ошо хаҡта яҙып ебәргән.

“Быйылғы уҡыу йылында беҙҙәге саралар теҙмәһен баш-ҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы асып ебәрҙе. Ул “Туған телем – иркә гөлөм” девизы аҫтында барҙы. Конкурстарҙан тыш, аҙналыҡ ҡыҙыҡлы, фәһемле осрашыуҙарға бик бай булды.

Аҙналыҡтың беренсе көнөндә Салауат Юлаев премия-һы лауреаты, яҙыусы Ринат Камал, балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, йәш яҙыу-сы Айгиз Баймөхәмәтов, “Шоңҡар” журналы мөхәррире Мөнир Ҡунафин, “Китап” нәшриәте мөхәррире, яҡташыбыҙ Әлфиә Теләмова менән осрашыу үтте. Унда район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова, Башҡорт гимназияһының уҡытыусылары һәм уҡыусылары ҡатнашты.

Сираттағы сарабыҙ – “Төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының өҫ кейеме” тигән темаға арналған дәрес. Унда тыу-ған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының костюмындағы үҙенсәлектәр тураһында һөйләне, кейем элементтары менән таныштырҙы. Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Рәғиҙә Сәхәүетдинова баш-ҡорт халыҡ йыры “Элмәлек”те башҡарҙы. Ҡалпаҡ, һаҡал, ҡабартмалы сигеүле алъяпҡыс, ҡамалы тун – халҡыбыҙҙың бай тарихының бәләкәй генә өлөштәре. Уларҙың эстетик йәһәттән дә, практик яҡтандан да тәғәйенләнештәрен белдек.

Өсөнсө осрашыуыбыҙ этнодәрес булды. Башҡортостандың халыҡ артисы, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов үткәргән этнодәрестә уҡыусылар башҡорт халҡының һәм донъя халыҡтарының музыка ҡоралдары менән танышты, уларҙа уйнарға өйрәнде. Осрашыу оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусыларҙан төҙөлгән инструменталь ансамбль сығышы менән тамамланды. Уҡыу-сылар яңы ғына музыка ҡоралын ҡулға алһалар ҙа, ысын профессионалдарҙан кәм сы-ғыш яһаманы.

Шулай уҡ аҙналыҡ барышында Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәре буйынса төшөрөлгән “Һеңлекәш” фильмын ҡарау ойошторолдо.

Аҙналыҡ этношәмбе менән тамамланды. Шәп булды, күңелле булды, текә булды. Мостай Кәримдең ижадына арналған тоталь диктант яҙғандан һуң, уҡыусылар мәктәп фойеһында шағирҙың “Ҡайын япрағы тураһында” шиғырын хор менән уҡыны. Башланғыс класс уҡыусылары араһында шиғыр һәйләүселәр конкурсы менән флешмоб үткәрелде. Шунан һуң мәктәп һабантуй майҙанына әйләнде. Уҡыусылар менән уҡытыусылар ҙа, көршәк ватыу, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, арҡан тартыу, тоҡ менән ярышыу кеүек уйындарҙа ҡатнашты.

Төрлө бәйгеләрҙә еңеүселәргә, әүҙем ҡатнашыусы балаларға грамоталар тапшырылды”.