9-сы класс уҡыусылары өсөн айыҡлыҡ дәресе “Бәхетле булыу өсөн, дуҫ, айыҡлыҡты һаҡларға кәрәк” девизы менән үтә.
Класс етәксеһе, химия һәм биология уҡытыусыһы Г. Ғәлиева спирттарҙың кеше организмына кире физиологик йоғонтоһо тураһында һөйләй. Ул алкоголизмдың дауалап булмай торған хроник сир булыуына баҫым яһай. Айырыу-са ул үҫеп килеүсе быуын өсөн ҡурҡыныслы, сөнки йәш организмда матдәләр алмашыныу процестары интенсив бара, улар алкоголдең ағыулаусы йоғонтоһона бик һиҙгер.
Метил спирты – ул һуҡырайыуға килтереүсе ағыу, ә этил – тәүҙә әүҙемләштереп, ә һуңынан нервылар системаһы фалижына килтереүсе наркотик.
Уҡыусылар алкоголь ҡулланыу сәбәптәре тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлаша, алкоголдең организмға һәм тотош тормошҡа һәләкәтле йоғонтоһон аңлап, алкоголдән баш тартыу файҙаһына дәлилдәр килтерә.
Һаулыҡты һаҡлап ҡалыу өсөн спорт менән шөғөлләнергә, үҫешергә, үҙ өҫтөңдә даими эшләргә, шуның менән үҙеңдең киләсәгеңде хәстәрләргә һәм быны үҙ миҫалыңда күрһәтергә кәрәк.