Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һәләтле балалар менән эш – иғтибар үҙәгендә

Мәсетле районы мәғариф бүлегенең өҫтөнлөклө социаль бурыстарының береһе – һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм артабан үҫтереүҙе, уларҙың потенциаль мөмкинлектәрен асыуҙы тәьмин итеүсе шарттар булдырыу.


Һулдан уңға: Азамат Ярмушев, Лиана Ҡотлоәхмәтова,

Елизавета Бәҙәмшина, Илнур Кашапов.


Балаларҙың һәләттәрен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү йәмғиәтебеҙҙең мөһим маҡсаты булып тора. Уҡытыу-сы алдына ҙур бурыс ҡуйылған – баланың шәхесен үҫтерергә ярҙам итеү.

Олимпиадаларға, конкурстарға һәм ярыштарға әҙерләү һәм уҡытыуҙың төрлө формаларын тәҡдим итеп, һәр һәләтле балаға мөмкинлектәрен асыр-ға ярҙам итеү мөһим.

Уҡыусылар араһында Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы иң абруйлыһы һәм киң таралғаны булып тора. Мәсетле районы мәғариф бүлеге был йүнәлештә әүҙем эшләй.

Олимпиаданың бар этаптары йәмәғәт күҙәтеүселәре ҡатнашлығында үтә. Әлеге ваҡытта олимпиаданың мәктәп этабы тамамланды. Унда 4 – 11 класта белем алыусы һәр бала ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. Һөҙөмтәләре менән мәктәптәрҙең сайттарында танышырға мөмкин.

Алтынсы ноябрҙә район олимпиадалары башлана. Унда мәктәптә еңеүселәр һәм призерҙар ҡатнаша. Графигы мәғариф бүлеге сайтында урынлаштырылған.

Олимпиадаларға әҙерләнеү һәм һәләтле балаларға ярҙам итеү маҡсатында быйыл сентябрҙә районыбыҙҙан дүрт уҡыусы Башҡортостандың һәләтле балалары өсөн “Йәштәр инновациялары кампусы” профилле смена сиктәрендә “TerraBashkiria. Образ будущего” федераль проектында ҡатнашты. Математика һәм информатика буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашыусы Түбәнге Бобин мәктәбе уҡыу-сылары Софья Кобякова (8 класс) һәм Кирилл Рамазанов (9 класс), Әжекәй мәктәбенән Алина һәм Лиана Әсбаповалар (10 класс) унда барыу бәхетенә иреште.

Шулай уҡ 2018-2019 уҡыу йылында район олимпиадаларында еңеүселәр быйыл тәү тапҡыр математика, рус теле һәм әҙәбиәте, йәмғиәтте өйрәнеү, биология, физика һәм инглиз теле буйынса һәләтле балалар өсөн предмет мәктәптәрендә уҡыны. Олимпиадаларға әҙерлек буйынса белем биреү программалары “Салихово” социаль мәғариф-һауыҡтырыу үҙәгендә дәрестәрҙе, университет лабораторияларында практик күнекмәләрҙе үҙ эсенә ала. “Салихово” – 60 урынға иҫәпләнгән ҡала ситендәге университет кампусы. Унда һәләтле балалар менән төрлө юғары уҡыу йорттары педагогтары махсус программалар буйынса шөғөлләнә.

Үҙәктә балалар өсөн бар шарттар булдырылған: уңайлыҡлы бүлмәләр- ҙә йәшәйҙәр, биш тапҡыр туҡланыу ойошторолған. Бында балалар мауыҡтырғыс һәм ваҡиғаларға бай бул-ған биш көн уҙғара. Күп күнекмәләр белем кимәлен күтәреүгә, шәхси сифаттарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән уйын һәм тренинг формаһында үтә. Көҙгө мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәте буйынса Анита Ғафарова, Ләйсән Мөбәрәкшина (Башҡорт гимназияһы), София Лешкова, Лиана Ҡотлоәхмәтова (лицей), йәмғиәтте өйрәнеү буйынса Елизавета Бәҙәмшина (лицей), Азамат Ярмушев (Әләгәҙ), математика буйынса Илнур Кашапов (лицей) уҡыуҙар үтте. Унда инглиз теле, физика, биология буйынса дүрт уҡыусы ноябрҙә шөғөлләнәсәк.

Беҙ был йүнәлештә артабан да эшләйәсәкбеҙ. Сөнки балалар – беҙҙең киләсәк.