Бөтә яңылыҡтар

Балалар һәм ата-әсәләрҙе ҡыуандырып

Түбәнге Бобин ауылының “Василек” балалар баҡсаһында ясле төркөмө асылды. Оҙаҡ көткән был ваҡиға яңы уҡыу йылының тәүге көнөндә булды.


Ясле төркөмө 15 урынға иҫәпләнгән.


Район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, Кесе Ыҡтамаҡ ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Степан Гуштюк, район мәғариф бүлеге методисы Светлана Янурова, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы депутаты Рәшит Ғәтиәтуллин байрамдың хөрмәтле ҡунаҡтары булды. Улар барыһын да шул тиклем әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотлап, үҫеп килеүсе быуынға һаулыҡ һәм яҡшы кәйеф, ә ата-әсәләргә уңыштар һәм именлек теләне. Ата-әсәләр яңы төркөмдө ремонтлауҙа ҡатнашҡандарға рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.

Яҡты иркен залдар буйлап экскурсия күптәрҙе ғәмһеҙ бала саҡ йылдарын иҫкә төшөрөргә мәжбүр итте. Балалар баҡсаһы менән танышырға ата-әсәләре менән бергә килгән сабыйҙар хужаларса шкаф эстәрен бай-ҡаны, яңы уйынсыҡтарҙы тикшерҙе.

Ремонтҡа ҡәҙәр яңы төркөм бинаһында фельдшер пункты урынлаш-ҡайны. Эштәр әлеге йылдың июленән август һуңына тиклем дауам итте. Бында яңы ҡорамалдар һатып алын-ған, яңы тәҙрәләр һәм ишектәр ҡуйылған, стеналар тигеҙләнгән, иҙәндәр йылытылған.

Балалар баҡсаһында был ваҡиға ысын байрамға әүрелде. Сабыйҙарға ҡунаҡҡа әкиәт геройы – Буратино килде, ул баҡса мөдиренә яңы төркөмдөң символик асҡысын тапшыр-ҙы. Шунан бәләкәс малайҙар һәм ҡыҙҙар килгәндәргә ҙур булмаған концерт номерҙары күрһәтте: улар балалар баҡсаһында ҡайһылай ҡыҙыҡ йәшәүҙәре тураһында һөйләне һәм күңелле йыр менән бар ҡунаҡтарҙы “Балалар баҡсаһы” тип аталған тылсымлы илгә саҡырҙы.

Байрам дан килеп сыҡты! Балалар әле бик оҙаҡ һоҡланып яңы уйынсыҡтарҙы ҡараны һәм үҙ төркөмдәре менән танышты.