Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Музыка мәктәбендә яңы музыка ҡоралдары буласаҡ

“Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” төбәк проекты нигеҙендә балалар сәнғәт мәктәптәре өсөн музыка инструменттары, ҡорамалдар һәм материалдар һатып алыуға Башҡортостандың муниципаль берәмектәренә республика бюджетынан 11 млн 250 мең һум күләмендә субсидия бүленде.

Финанслау махсуслашҡан белем биреү учреждениелары өсөн ҡиммәтле ҡорамалдар һатып алырға һәм белем биреү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.

Субсидия районыбыҙҙың Балалар сәнғәт мәктәбенә лә бүленде. Ул музыка ҡоралдары һатып алыуға 800 мең һумдан ашыу аҡса алды. Был финанс ярҙамға ике фортепиано, бер баян, ике гитара һатып алыр-ға ниәтләйҙәр.


Белешмә

Башҡортостанда барлығы 117 балалар сәнғәт мәктәбе бар. 2020, 2022 һәм 2024 йылдарҙа милли проект нигеҙендә Башҡортостан сән-ғәт мәктәптәрен музыка ҡоралдары менән йыһазландырыуға 76 млн һум аласаҡ (өс йыл эсендә – 230,46 млн һум). Был – Рәсәй төбәктәренә бүленгән федераль субсидияларҙың иң ҙурҙарының береһе.