Ошо маҡсатта Башҡорт гимназияһы һәм Оло Ыҡтамаҡ лицейы базаһында 15 июлдән “Уңыш мәктәбе” программаһы буйынса “Баҫҡыстар” мәктәбе ғәмәлгә ашырылды. Ул балаларҙы бушлай мәктәпкә әҙерләүгә һәм социаль яраҡлаштырыуға ҡоролған.
Әҙерлек ике йүнәлештә алып барылды: беренсе класҡа барыусы балалар һәм уларҙың ата-әсәләре менән.
Өс аҙна дауамында педагогтар буласаҡ уҡыусыларҙың иғтибарын, хәтерен, фекер йөрөтөү даирәһен, үҙаллылыҡтарын үҫтерҙе, уҡыу, яҙыу, математика, тирә-яҡ мөхит буйынса дәрестәр ойошторҙо, ҡыҙыҡлы кешеләрҙе осрашыуҙарға саҡырҙы һәм презентациялар уҙғарҙы.
Балаларының мәктәп тормошона уңышлы инеп китеүҙәрен теләгән ата-әсәләр кескәй уҡыусының көн тәртибен төҙөргә һәм уның әҙерләнеү өсөн урынын дөрөҫ әҙерләргә, баланы нисек уҡырға өйрәтергә, уларҙа уҡыу-ға теләк булдырырға өйрәнде.
Өс аҙналыҡ программа “Сығарылыш байрамы” – “Уңыш мәктәбе”н тантаналы ябыу менән тамамланды.
Әйтергә кәрәк, программаны ғәмәлгә ашырыу Президент гранттары фонды уҙғарған социаль әһәмиәтле проекттар конкурсының I этабында еңеүселәрҙең береһе булған “Социум” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге коммерция булмаған автономлы ойошмаһы башланғысында мөмкин булды. Тантаналы сарала ойошманың етәксеһе Флүр Дусмөхәмәтов программаның уңышлы ғәмәлгә ашырылыуын билдәләне. Уҡыуға йөрөгән 82 сабыйҙың уңышы һәм ата-әсәләрҙең әҙерлек кимәле ошо хаҡта һөйләй.
Ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте бүлеге начальнигы Илнур Вәлиев менән район мәғариф бүлеге баш белгесе Леонид Фәрхетдинов ҡотланы.
Беренсе класҡа барыусылар менән шөғөлләнеүсе педагогтарға БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан рәхмәт хаттары тапшырылды. Ә кескәйҙәргә һәм иң әүҙем ата-әсәләргә “Социум” ойошмаһының рәхмәт хаттары бирелде.
“Баҫҡыстар”, һис шикһеҙ, һәр бала өсөн файҙалы. Хәҙер улар мәктәпкә ныҡлы әҙерлек менән баралар. Ҡаршы ал кескәйҙәрҙе, мәктәп!