Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт гимназияһының үҙ телестудияһы буласаҡ

“Башҡортостан” телерадиокомпанияһының “Тамыр”телеканалы республиканың милли гимназиялары телестудиялары селтәре булдырыр- ға тора. Ошоға бәйле Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы Башҡорт гимназияһының Рәлиә Әхмәтшинанан, Гүзәлиә Әбүбәкерованан, Әдилә Дәүләтованан торған командаһы Зилә Роберт ҡыҙы Миндибаева етәкселегендә телеканал ойошторған беренсе интенсив тренингта ҡатнашты.

– Телеканал хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс программа төҙөлгәйне – иртәнге сәғәт ун берҙән киске етегә тиклем уҡыу-сыларҙың бер минут та буш ваҡыты булманы. Интенсив тренингты телеканал директоры Гөлназ Ҡолһарина асты. Һуңынан балалар биш төркөмгә бүленеп, тәжрибәле журналистар ҡулы аҫтында телевидение серҙәрен өйрәнде. Яңылыҡтар редакцияһында билдәле журналистар, алып барыу-сылар менән танышһалар, “Бәхетнамә” тапшырыуында тура эфир үҙенсәлектәрен өйрәнделәр, “Юлдаш” радиоһында популяр алып барыусылар менән әңгәмәләште йәш журналис-тар. Гүзәлиә менән Әдилә ”Тамыр” каналы тураһында сюжет төшөрөүҙә ҡатнашып, ҡораусы (монтажлау) һөнәрен үҙләштерҙе. Рәлиә бишенсе төркөм составында ток-шоу әҙерләүҙә эшләне. Етәкселәр өсөн йөкмәткеле оҫталыҡ дәресе үткәрелде, журналист Адель Һөнәрғолова “Тамыр” телеканалының тапшырыуҙары тураһында һөйләне, киләсәккә пландар менән уртаҡлашты. Уҡытыусылар өсөн телеүҙәк буйлап экскурсия ла үткәрҙеләр.

Ижади төркөмдәр-ҙең эше өсөн бүленгән ваҡыт аҙ ғына тойолһа ла, һәр төркөм бик ҡыҙыҡлы сюжеттар эшләгәйне. Сюжеттарҙы күмәкләп ҡарағандан һуң, уҡыусыларға тренингта ҡатнашыу-ҙары тураһында сертификат бирелде. Уларҙы Рөстәм Зәрәфетдинов үҙе тапшыр- ҙы, – тип яңылыҡтары менән уртаҡлашты Зилә Роберт ҡыҙы. – Ә беҙҙең ҡатнашлыҡта төшөрөлгән тапшырыу “Юлдаш” каналының “Тау-тау хәбәрҙәре”ндә күр- һәтеләсәк.

Мәктәптәрҙә телестудиялар эше башҡорт теленең популярлашыуына һәм үҫеүенә, балаларҙың ижади үҫешенә һәм һөнәри йүнәлеш алыуына ярҙам итәсәк. Яңы проект гимназиялар араһында аралашыу, тәжрибә менән уртаҡлашыу өсөн яҡшы майҙансыҡ буласаҡ. Йыл һуңында балалар араһында иң көслө режиссерҙарҙы, операторҙарҙы, хәбәрселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтәсәк. Тәүге интенсив тренингта Башҡортостандың 11 гимназияһынан 100-гә яҡын ҡыҙ һәм малай ҡатнашты.