Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Әләгәҙ уҡыусыларының ҡаҙаныштары

Уҙып киткән уҡыу йылы Әләгәҙ мәктәбе педагогтары һәм тәрбиәләнеүселәре өсөн бик бай булды.


27 майҙа Ғалимдар советы ултырышында уҡыусыларҙың М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Киләсәкте тыу-ҙырып” миҙалы менән бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Миҙал предмет олимпиадаларында, конкурстарҙа, ярыштарҙа айырылып торған уҡыусылар- ҙы дәртләндереү, һәләтле балаларҙы уҙғарылған сараларға күпләп йәлеп итеү маҡсатында Ғалимдар советы ҡарары менән раҫланған.

Быйыл барлығы университеттың структур подразделениелары тарафынан уҙғарылған сараларҙа ҡатнашыу йомғаҡтары буйынса ошо миҙал менән ете кеше бүләкләнде. Араларында беҙҙең мәктәп уҡыусыһы Анас-тасия Балдина ла бар (һүрәттә). Ул рус әҙәбиәте буйынса ҡаҙаныштары өсөн миҙалға лайыҡ булды (уҡытыу-сыһы Ә. Х. Сәйфетдинова). Был беҙҙең тәрбиәләнеүселәр алған өсөнсө миҙал! 2016 йылда миҙал менән Илнара Ғәлләүева рус әҙәбиәте буйынса уңыштары өсөн бүләкләнгәйне, 2017 йылда шундай уҡ миҙалды Ильвина Миндиәхмәтова алды.

Нәзирә БЕЛЬТЮКОВА,

Әләгәҙ мәктәбенең уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары.