105 ун беренсе һәм 298 туғыҙынсы класс уҡыусылары өсөн иң тулҡынландырғыс һуңғы ҡыңғырау шылтыраны. Быйыл “Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн” миҙалына 17 сығарылыш уҡыусыһы дәғүә итә.
Беҙ 97 уҡыусы белем алған Яңы Яуыш мәктәбендә тантаналы линейкала булдыҡ. Бында өгөт-нәсихәттәр һәм иң яҡшы теләктәр туғыҙынсы класс уҡыусылары өсөн яңғыраны.
Аҡ таҫмалар, ҡупшы мәктәп алъяпҡыстары таҡҡан, ҡулдарына гөлләмәләр тотҡан мәктәп тамамлаусы ҡыҙҙар белем усағы тормошондағы көндәр тураһында телгә алған һайын күҙҙәренә эркелгән йәштәрен һөрттө. Егеттәр иһә, киреһенсә, бик етди ине. Ата-әсәләр һәм педагогтар хистәрен тыйманы, зәңгәр күк йөҙө аҫтында вальс ноталары яңғырап, үҫмер егеттәр һәм ҡыҙҙар мәктәп майҙансығында ағыл-ған көйгә эйәреп әйләнгәндә – айырыуса. Сығарылыш уҡыу-сыларына йылы һүҙҙәр менән тәүге уҡытыусылары Фәйлә Нәбиуллина мөрәжәғәт итте. Сығарылыш уҡыусыларының класс етәксеһе Денис Нәбиуллин уҡыусыларына бүләктәр, грамоталар тапшырҙы.
Мәктәп йыл һайын “Йыл уҡыусыһы” конкурсы иғлан итә һәм еңеүселәрҙе ҡотлай. Быйыл беренсе урынды Гөлминаз Абдрахманова, икенсене Даяна Ғәлина һәм өсөнсөнө Илнур Абдрахманов алды.
Ошо байрам тантанаһында мәктәп етәкселегенән дә юл теләктәре яңғыраны. Мәктәп мөдире Рәмзиә Хәбибуллина сығарылыш уҡыусыларының барыһының да имтихандарға рөхсәт алыуын шатланып һәм ғорурлыҡ менән иғлан итте. Артабан мәктәп тамамлаусыларҙы ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Әхмәтйәнов тәбрик итте.
Муниципаль район хакимиәте исеменән район Советы депутаты Илдар Ғәниев йыйылғандарҙы сәләмләп, сығарылыш уҡыусыларына дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын уңышлы үтеүҙәрен, ә уҡытыу-сыларға һаулыҡ, ижади дәрт һәм педагогик хеҙмәттәрендә уңыштар теләне!
Һуңғы ҡыңғырау тауышын яңғыратыу хоҡуғы туғыҙынсы класты тамамлаусы Алмаз Хәлиловҡа һәм беренсе класс уҡыусыһы Разалина Хөснуллинаға бирелде.
Алда егет һәм ҡыҙҙарҙың яуаплы мәле – сығарылыш имтихандары. Уларға уңыштар теләйбеҙ!