Балалар баҡсаһында музыка буйынса тәрбиә биреүҙең төп бурысын билдәләгәндә, тәү сиратта ул – балаларҙы яҡшы музыкаға ғашиҡ итеү. Баланы музыкаға өйрәткәндә ата-әсәләрҙең ҡатнашлығы мөһим.
“Ромашка” балалар баҡсаһында “Йырлы-моңло ҡунаҡханала осрашыу” музыкаль сараһы үтте. Уны балалар баҡсаһының музыка етәксеһе Рәлиә Шәйәхмәтова ойошторҙо. Иркен залда балаларҙы музыкаға ылыҡтырырлыҡ атмосфера булдырылғайны, композиторҙарҙың портреттары күргәҙмәһе ойошторолдо. Сара өлкән төркөм балаларының ата-әсәләре менән бәйгеһе формаһында үтте. Ярыш төрҙәре араһында балалар музыка тураһында шиғырҙар һөйләне, таныш йырҙарҙы башҡарҙы, бейене. Ата-әсәләре лә балаларынан ҡалышманы, сабыйҙары өсөн яңы яҡтан асылдылар: вальс бейенеләр, музыка ҡоралдарында оркестрҙа бик оҫта уйнанылар. Ә ата-әсәләрҙе балаларының классик музыканы, композиторҙарҙы, йырҙарҙы яҡшы белеүҙәре хайран ҡалдырҙы.
Музыкаль бәйгелә ҙур булмаған айырма менән кескәйҙәр еңде. Еңеүселәргә скрипка асҡысы формаһында миҙалдар һәм татлы бүләктәр тапшырылды. Был осрашыуҙан ата-әсәләр ҙә, кескәйҙәр ҙә бик ҡәнәғәт ҡалды.
Оло Ыҡтамаҡ ауылы “Ромашка” балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе.