Проект буйынса беренсенән алып ун беренсегә тиклем бар кластарҙа ла тест уҙғарылды. Уның ярҙамында көн дауамында һәр баланың менюһын анализланылар. Дәрестәрҙә дөрөҫ һәм фай-ҙалы туҡланыу тураһында мәғлүмәттәр менән уртаҡлаштылар, ҡулланыр- ға ярамаған аҙыҡтар тураһында һөйләштеләр.
Проектта ҡатнашҡандан һуң ҡыҙҙар һәм малайҙар тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Салауат Камалов, 7-се класс: “Минең тормошомда спорт мөһим роль уйнай. Йүгереү менән шөғөлләнәм, нәҡ шуның өсөн сәләмәт туҡланыуҙан тайпылмаҫҡа тырышам”.
Ленария Фәтҡуллина, 5-се класс: “Был дәрестәрҙән һуң мин магазиндарҙа организмға зыянлы аҙыҡтарҙың күплеген аңланым. Беҙгә улар тураһында, уларҙың организмыбыҙға нисек тәьҫир итеүе хаҡында һөйләгәндәре өсөн рәхмәтлемен”.
Азалия Ғүмәрова, 7-се класс: “Миңә бар татлы аҙыҡтар ҙа оҡшай. Кәнфиттәр сәләмәтлек өсөн хәүефле аҙыҡтар иҫәбенә инә икән. Акциянан һуң көндәлек рационымды анализлайым, кәнфит урынына күберәк емеш-еләк ашарға тырышам”.
Таңсулпан Закирова, 8-се класс: “Мин бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт белдем. Дөрөҫ туҡланыу тураһында йышыраҡ һөйләү, уны үҙ өлгөңдә башҡаларға күр-һәтеү мөһим”.
Камилла Мөхәмәтйәнова, 7-се класс: “Беҙҙең бөтә мәктәп менән был акцияла ҡатнашыуыбыҙ бик яҡшы. Минең барлыҡ класташтарым уны ҙур энтузиазм менән ҡабул итте. Файҙалы мәғлүмәт артыҡ булмай”.