Мәсетле тормошо
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Улар һаулыҡтарын хәстәрләй

Сәләмәт киләсәк



1-се лицейҙа “Сәләмәт туҡланыу – әүҙем оҙон ғүмер” Бөтә Рәсәй социаль акцияһы уҙғарыла.

Был сараның маҡсаты – мәктәп уҡыусыларында һәм уларҙың ата-әсәләрендә сәләмәт һәм әүҙем йәшәү рәүешенә ихтыяж формалаштырыу. Бында иң төп йәш контингенты – оҙаҡламай иң әүҙем тормош фазаһына аяҡ баҫасаҡ йәш кешеләргә иғтибар йүнәлтелгән. Уларҙы сәләмәт йәшәү рәүеше мәсьәләһендә грамоталы һәм әүҙем итеү мөһим.

Акцияға ярашлы 5 – 8 кластар араһында балалар нәфис ижады конкурсы уҙғарылды. Балалар уға етди ҡараны. Плакаттар төрлө төҫлө һәм сағыу килеп сыҡты. Буяуҙар, ҡәләмдәр һәм фломастерҙар ярҙамында ҡыҙҙар һәм малайҙар эштәрендә үҙҙәренең дөрөҫ туҡланыу, уның ниндәй булырға тейешлеге һәм ни өсөн дөрөҫ туҡланырға кәрәклеге тураһындағы белемдәрен сағылдырҙы.

Конкурстан тыш хәйриә ярҙамы ойошторол-ғайны. Ҡайһы бер ғаиләләр бөгөн ауыр хәлдә ҡала, улар – аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләр. Улар өсөн тәү кәрәк-яраҡ туҡланыу продукттары һатып алынды һәм тапшырылды.