Бөтә яңылыҡтар

Шағирә беҙҙә ҡунаҡта

Балалар өсөн булдырылған әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн районыбыҙ шағирәһе, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар берлеге ағзаһы, Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премияһы лауреаты, “Тере мендәр”, “Һөт ҡасты/ Йәләй, өләсәй һәм бейәләй”, “Аҙаш-ҡан көн”, “Яралы тирәк”, “Алһыуланған аҡ болот: шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр”, “Мин – олон” китаптары авторы Гөлсирә Шафиҡова менән осрашыу ойошторолдо.

Компьютер технологиялары һәм күп һанлы телепрограммалар осоронда балалар китап уҡыу, саф һауала йөрөү тураһында онота. Яҙыусылар менән танышыу, аралашыу ярҙамында балаларҙа уҡыуға ҡыҙыҡһыныуҙы арттырырға була. Бөгөнгө ҡыҙ һәм малай-ҙарҙың ҡайһыһылыр бер ваҡыт яҙыусы ла булып китер, бәлки.

Осрашыу барышында Гөлсирә Мазһар ҡыҙы мауыҡтыр-ғыс итеп һөйләне, балаларға үҙ әҫәрҙәрен уҡып ишеттерҙе. Кескәйҙәр ҡунаҡты иғтибар менән тыңланы, шаян йомаҡтарҙы систе. Автор балалар менән иркенләп аралашты, күңелле итеп һөйләште. Гөлсирә Мазһар ҡыҙының шиғыр-ҙары шаян, мауыҡтырғыс ваҡиғаларға бай. Шиғырҙар- ҙа күтәрелгән темалар бар осор балаларына ла хас. Кескәйҙәр күңелдәре менән геройҙар өсөн янып-көйҙө һәм үҙ фекерҙәрен еткерҙе.

Гөлсирә Шафиҡова шиғыр-ҙарында кешеләрҙең тормош тәжрибәһе сағыла. Улар балалар өсөн бик тә фәһемле буласаҡ, тирә-яҡ мөхитте аңларға ярҙам итәсәк һәм тормошта үҙ урындарын табыр- ға мөмкинлек бирәсәк. Билдәле шағирә, балалар күңелен аңлай белгән нескә психолог һәм һүҙ оҫтаһы менән осрашыуға килгән балалар дәртләнеп, илһамланып китте. Осрашыу һуңында улар Гөлсирә Мазһар ҡыҙына үҙ ҡулдары менән яһаған бүләктәрен тапшырҙы. Был осрашыу балалар күңелендә оҙаҡ һаҡланыр һәм улар шағирәнең әҫәрҙәре менән артабан танышып барырҙар тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Зөлфиә ДЕНИСОВА,

өлкән тәрбиәсе.