Бөтә яңылыҡтар

Уҡыусылар аграр университет профессоры менән осрашты

Һөнәри йүнәлеш биреү – үҫеп килгән быуынға һөнәр һайлауҙа ҙур ярҙам. Шуға күрә район мәғариф бүлеге был йүнәлешкә етди иғтибар бүлә.

13 ноябрҙә Башҡорт гимназияһында һәм Оло Ыҡтамаҡ лицейында 11 класс уҡыусылары өсөн ветеринария фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт аграр университеты аҙыҡ технологиялары факультетының йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге һәм технологик ҡорамалдар кафедраһы профессоры Айҙар Баһауетдинов менән осрашыу ойошторолдо.

Профессор университет тураһында һөйләне һәм юғары уҡыу йортоноң Рәсәйҙәге лидер аграр вуздарҙың береһе булыуын билдәләне. Аграр университетта агротехнологиялар һәм урман хужалығы, биотехнологиялар һәм ветеринария медицинаһы, тәбиғәттән файҙаланыу һәм төҙөлөш, механика, энергетика, иҡтисад факультеттары бар. Бында спортҡа, ижадҡа ҙур иғтибар бүленә, һәр студентҡа сит илдә стажировка үтеү мөмкинлеге бирелә.

Был осрашыу аграр университетҡа инергә теләгән уҡыусылар өсөн файҙалы булыр тип ышанабыҙ.

Айгөл ӘФРИЗУНОВА.