Төп һәм урта белем биреү мәктәптәренең 8-11 класс уҡыусылары математика һәм физика йүнәлеше буйынса дәрестәргә йөрөй. Был балаларға өҫтәмә йөкләмә төшөрһә лә, унда йөрөгән уҡыусылар бик ҡәнәғәт, сөнки өҫтәмә дәрестәрҙә юғары ҡатмарлыҡтағы стандарт булмаған мәсьәлә- ләрҙе эшләйҙәр. Был уларҙың һәләттәрен, оҫталыҡтарын һәм күнекмәләрен күрһәтергә мөмкинлек бирә, ә уҡытыусылары өсөн профессиональ оҫталыҡтарын мәғарифтың заманса талаптарына тап килеүенә һынау булып тора.
Уҡыусылар район олимпиадаһында ҡатнашып, республика кимәленә сығып, “Көҙгө мәктәп” үҙ һөҙөмтәләрен бирер, тип уйлайбыҙ.
Математиканан белем биреү концепцияһын ғәмәлгә ашырыу буйынса уҡыу йылы башына яҡшы һөҙөмтәләргә ирешелде: математика өлкәһендә инновацион технологияларҙың таралыуын тәьмин иткән һөнәри ассоциациялар эшмәкәрлегенә ярҙам программаһы сиктәрендә Әләгәҙ урта мәктәбе уҡытыусыһы Лариса Ғәләүева Башҡортостан Республикаһы математика уҡытыусылары ассоциацияһына инде. Математиканан белем биреү йөкмәткеһенә яңы элементтар индереү маҡсатында 14 мәктәптең уҡыу планына дәрестән тыш эш булараҡ шахмат буйынса уҡыу курсы индерелгән. Әлеге ваҡытта Яңы Мишәр мәктәбенең математика уҡытыу-сыһы Рафиҡ Хажиев төҙө- гән уҡытыу-методика комплексы һынау үтә. Уҡыусы-ларҙың математиканан һәләттәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән өҫтәмә белем биреү практикаһы хуплау тапты һәм таралыу ала: Пионерҙар һәм уҡыу-сылар йортонда, лицейҙа һәм Башҡорт гимназияһында “Робототехника” түңәрәге алып барыла.
Мәсетле районы мәғариф бүлеге киләсәктә лә математиканан белем биреү концепцияһын үҫтерергә, “Көҙгө мәктәп” эшен дауам итергә, тағы ла химия һәм биология, гуманитар йүнәлеш буйынса дәрестән тыш күнекмәләр индерергә йыйына.
мәғариф бүлегенең баш белгесе.