Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Мин үҙ илемдең гимнын беләм

Илһөйәрлек тойғоһо һәм Ватаныбыҙ өсөн ғорурлыҡ тәрбиәләү маҡсатында мәғариф учреждениелары уҡыу-сылары араһында Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндарын хор менән иң яҡшы башҡарыуға “Мин гимнды беләм” бәйгеһе үтте.

Рәсәйҙең һәр гражданы үҙ иле гимнын белергә һәм дәүләт флагын хөрмәт итергә тейеш. Ул – илебеҙ тарихы һәм мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө. Үҫеп килгән быуында дәүләт символикаһына кесе йәштән үк хөрмәт тәрбиәләргә кәрәк. Һәр тантаналы сара Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы гимны менән асыла.

Бәйгелә 12 мәғариф учреждениеһынан 276 уҡыусы ҡатнашты. Улар барыһы ла ентекле әҙерләнгән һәм гимн-ды яҡшы белеүҙәрен иҫбат иттеләр. Һәр сығыш ҙур ғорурлыҡ тойғоһо менән һуғарылды.

Урта белем биреү учреждениелары араһында Яңы Мишәр мәктәбе (етәксеһе – Р. Р. Сөйәрғолова)беренсе урын алды, икенсе урынды Яңы Мөслим (Ф. В. Байрамғәлина) менән Түбәнге Бобин (М. П. Кобякова) мәктәптәре уҡыусылары бүлеште. Өсөнсө урынға Оло Аҡа мәктәбе (А. А. Дәүләтбаева) һәм Баш-ҡорт гимназияһы (Л. К. Мөхтәрова) сыҡты.

Дөйөм белем биреү учреждениелары араһында беренсе урынға Ҡорғат мәктәбе (М. М. Хисмәтова) хаҡлы рәүештә лайыҡ булды, икенсе урын – Әбдрәхим (Н. Д. Әхмәтханов) һәм Абдулла (А. М. Шәихова) мәктәптәрендә, өсөнсө – Яңы Яуыш мәктәбе (Г. А. Зарипова).

Башланғыс мәктәптәр ара-һынан Октябрьск мәктәбе уҡыусылары иң шәбе булды (Р. М. Хәлимова).

Анзалита МУСИНА,

Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто директоры.