Мәктәп яны участкаһында үҫемлектәрҙе ултыртыу һәм уларҙы тәрбиәләү буйынса эштәрҙе уҡыусылар менән бергә педагогтар һәм техник персонал башҡара. Һәр клас-ҡа айырым биләмә беркетелгән.
Беҙҙең мәктәптә фенология күҙәтеүҙәренә ҙур иғтибар бүленә. Яҙын тупраҡ эшкәртеүҙә, картуф ултыртыуҙа һәм ҡаҙып алыуҙа мәктәптең барлыҡ уҡытыусылары һәм уҡыу-сылары бергә эшләй. Ә сәсеү өсөн культуралар мәктәп ихтыяжынан, шарттарынан һәм орлоҡ, ултыртыу материалын алыу мөмкинлегенән сығып һайлана. Балаларҙың эше менән махсус төҙөлгән график буйынса уҡытыусылар етәкселек итә.
Сәскә түтәлдәрен урынлаштырыуға айырыуса иғтибар бүленә. Уларҙы яҙҙан алып ҡар яуғансы сәскә атырлыҡ итеп һайлап ултыртабыҙ. Сәскә түтәлдәрен таҙа, матур итеп тоторға тырышабыҙ, киң итеп ара ҡалдырабыҙ.
Мәктәп яны баҡсаһын үҫтереү – оҙаҡ йылдар дауамында һаҡланып килгән яҡшы традиция. Төрлө йылдарҙа унда Зөһрә Ғәлимова, Фирҙәүес Ҡотлоева, Розалия Йомағужина етәкселек итте. Бөгөн бөтә яуаплылыҡ технология уҡытыусыһы Нурания Ғилметдиновала ята.
Мәктәптә күп йылдар хеҙмәт лагеры ойошторола. Улар-ҙа 8-10 класс уҡыусылары эшләй. Бында шөғөлләнгән балаларҙан торған команда уҡыусыларҙың производство бригадалары республика слетында йыл һайын ҡатнаша. Быйыл слет Бишбүләк районында ойошторолдо. Унда Ләмәҙтамаҡ мәктәбе командаһы 4-се урынға сыҡты (етәкселәре Нурания Ғилметдинова менән Фәнил Йәнтүрин).
Мәктәп тамамлаусылар яҡшы традицияға әйләнгән “Ағас ултырт” акцияһы сиктәрендә үҙҙәре тураһында иҫтәлеккә йыл һайын ағас үҫентеләре ултыртып ҡалдыралар.
Шулай итеп, Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә балаларҙы хеҙмәткә өйрәтеүгә, эшкә һөйөү тәрбиәләүгә, шуның менән үҫеп килгән быуынды тормошҡа әҙер итеп сығарыуға ҙур иғтибар бүленә.
Рәмзилә Ғилметдинова, уҡытыу-тәрбиә
эштәре буйынса директор урынбаҫары.