

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәктә кәрәкле күләмдә сифатлы иген етештереү “Аҙыҡ-түлек хәүеф-һеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проектының маҡсаттарына тап килә.
Тулайым иген етештереү буйынса алдынғы өс район формалашҡан да инде: Ауырғазы районы 13,5 мең тонна һуғып алған, Ҡырмыҫҡалы – 13,2 мең тонна, Стәрлетамаҡ – 12,1 мең тонна.
Төбәк баҫыуҙары яҡшы уңыш күрһәтә. Республика хужалыҡтары гектарынан уртаса 45,5 центнер йыя. Шул уҡ ваҡытта ужым бой-ҙайының күрһәткесе гектарынан 47 центнерҙан ашыу тәшкил итә, арыш – 21 центнер.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, төбәктә иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларының дөйөм урып-йыйыу майҙаны 1,3 миллион гектарҙан ашып китә, шуларҙың 280 мең гектарынан ашыуы – ужым культуралары.
Мәсетле районында ла мал аҙығы әҙерләү эштәре ҡыҙыу бара. Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәге хәбәр итеүе буйынса, 27 июлгә район хужалыҡтарында бөтәһе 2216 гектар (15,6%) үлән сабылған, бесән – 1916 гектар (15,3%), 2409 тонна (12,6%) әҙерләнгән; сенажға – 300 гектар (17,1%), 3570 тонна (28,2%) әҙерләнгән.
“Ленинский” АПК-һында эштәр 20,8% башҡарылған, “Йондоҙ” ЯСЙ-һы – 32,1%, “Аҡтау” ЯСЙ-һы – 39,4%, “Даянов” КФХ-һы – 81,6%, “Ниғәмәтйәнов” КФХ-һы – 100%, “Зыялтдинов” КФХ-һы – 20,7%.