

Мәсетле аграрийҙарына быйыл 29 мең тоннанан ашыу мал аҙығы, шул иҫәптән 16,6 мең тонна бесән һәм 12,5 мең тонна сенаж әҙерләргә кәрәк. Бөтәһе 13,6 мең гектар ауыл хужалығы ерҙәрен сабып алырға тура киләсәк. Мал аҙығын әҙерләүгә барыһы ла әҙер, һауа торошо ғына мөмкинлек бирһен.
“Аҡтау” ауыл хужалығы предприятиеһы базаһында ҡаты һәм һутлы мал аҙығын әҙерләү технологияларына арналған зональ семинар-кәңәшмә үткәрелде.
Сарала Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, төньяҡ-көнсығыш райондарҙың ауыл хужалығы буйынса башлыҡтары урынбаҫарҙары, ауыл хужалығы идаралыҡтары һәм консультация үҙәктәре начальниктары һәм белгестәре, ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре, агрономдар, зоотехниктар, инженерҙар, зооветеринарҙар ҡатнашты.
Сараны район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Саҙиҡов асты. Ул 2026 йылда мал аҙығы әҙерләүгә бәйле Мәсетле районы агросәнәғәт комплексының етештереү эшмәкәрлегенең төп аспекттарын яҡтыртты.
Пленар өлөштә БР Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселек һәм мал аҙығы етештереү бүлеге начальнигы урынбаҫары Рәшит Әхмәтшин баҫыу һәм мал аҙығы культуралары сәсеү әйләнешендә күп йыллыҡ үләндәрҙе файҙаланыу буйынса кәңәштәре менән уртаҡлашты. “Башҡортостан ауыл хужалығы үҙәге” етәксеһенең үҫемлекселек буйынса урынбаҫары Радмир Миһранов ауыл хужалығы культураларына фитоэкспертиза үткәреү тураһында хәбәр итте. Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты вәкиле Рәмил Вәлиуллин мал аҙығы әҙерләү эштәре осоронда хеҙмәт һағы тураһында һөйләне. Башҡортостан ғилми-етештереү ветеринария лабораторияһының Дыуан филиалында һынау лабораторияһы начальнигы Азат Шәйехов – ауыл хужалығы малдары өсөн мал аҙығына лаборатор анализ, “БашИНКОМ” белгесе Илфат Хисамов биоконсерванттарҙы ҡулланыу иҡтисади мәсьәләләрен яҡтыртты.
Пленар өлөштән һуң ҡатнашыусылар баҫыуға күсте, унда Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәгенең баш инженеры Ирек Батталов “Аҡтау” хужалығы техникаһы менән таныш- тырҙы. Ошонда уҡ ҡунаҡтарға быйыл май айында һатып алынған “Баш-Фунгицид” компанияһының яңы агродронын күрһәттеләр. Аппарат 40 литр һыйҙырышлы бак менән йыһазландырылған һәм ҙур майҙандарҙы эшкәртеү өсөн тәғәйенләнгән. Дрон баҫыуҙарҙы һиптереү, ашламалар индереү һәм картаға төшөрөү өсөн ҡулланыла. Пилотһыҙ аппараттарҙың ер өҫтө техникаһы алдында төп өҫтөнлөгө – юғары аныҡлыҡ: һеркәләндергәндә тайпылыш бер сантиметрҙан артмай. Тәгәрмәсле машиналарҙан айырмалы рәүештә, ул ямғырҙан һуң да, төнгө ваҡытта ла эшләй ала. Белгестәр иҫәпләүенсә, яғыулыҡты һәм химик сараларҙы экономиялау иҫәбенә агродрондың хаҡы бер миҙгелдә ҡаплана.
Һүрәттә: “Аҡтау” йәмғиәте – заманса техника менән йыһазландырылыу буйынса районда лидер
Камилла МУСАКӘЛИМОВА.