

Унда Мәсетле районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Саҙиҡов, предприятие директоры Мәҡсүт Камалов, Мәсетле районы Советы депутаты Юрис Латыпов һәм хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Вадим Рәйес улы коллективты ҡаҙаныштары менән ҡотланы һәм тырыш хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул эшсәндәрҙең профессионаллеген һәм тырышлығын билдәләне. Нәҡ уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшергә ярҙам итә. Юрис Латыпов үҙ сығышында юғары уңышҡа өмөт һәм һауа торошоноң аграрийҙар өсөн яҡшы булырына ышаныс белдерҙе.
Мәҡсүт Камалов әйтеүенсә, сәсеүгә әҙерлек план буйынса башланған. Орлоҡтар, алмаш частар, ашламалар һәм яғыулыҡ-майлау материалдары һатып алынған. Мартта техника тикшереү үткән. Быйыл яҙғы баҫыу эштәре ваҡытында 1362 гектар яҙғы культуралар, 66 гектар үлән сәселгән.
Бөгөн хужалыҡ штатында 42 кеше иҫәпләнә. Сәсеү, мал аҙығы әҙерләү, урып-йыйыу эштәре мәлендә был һан 60-ҡа етә. Һауынсыларға һәм механизаторҙарға ихтыяж бар.
Шулай уҡ малсылыҡ өлкәһендә лә эш алып барыла. Хужалыҡта 542 баш һыйыр малы аҫрала, шуларҙың 300-ө һауын һыйыры, алты үгеҙ, ҡалғандары йәш малдар, 10 баш ат. Быйыл 4461 ц һөт етештерелгән, 3299 ц һатылған, 378 ц ит етештерелгән һәм һатылған. Биш айҙа артым 250 ц тәшкил иткән, уртаса тәүлек артымы – 870 грамм, үрсем – 126 баш, мал һаны 19 башҡа кәмегән. Предприятиеның төп килеме ит һәм һөт һатыу иҫәбенә алынған. 15 майҙан 300 баштан ашыу мал йәйге көтөүлеккә күсерелгән.
Сара барышында иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән эшсәндәргә почет грамоталары һәм аҡсалата бүләктәр тапшырылды. Улар араһында 2026 йылғы сәсеү кампанияһында ҡатнашыусылар: дым ҡаплауҙа – Юрис Хәмиҙуллин (527 га), Зәбир Зарипов (169 га), күп йыллыҡ үләндәрҙе һәм ужым культураларын тырматыуҙа – Азат Фәҡерйәнов (375 га), Илшат Мофазалов (303 га), культивация үткәреүҙә – Юрис Хәмиҙуллин (628 га), Радис Хәмиҙуллин (391 га), сәсеүҙә – Радис Хәмиҙуллин (1362 га), шулай уҡ водитель Ринат Закиров, сәсеүсе Айҙар Камалов, ерҙе тығыҙлауҙа – Ғәйнетдин Ғилметдинов.
Малсылыҡта һауынсылар Әлфиә Абдуллина, Гөлзәйнәп Хажиева, Әлиә Ғималова, лаборант Регина Кәримова, малсылар Альферат Камалов, Нияз Йомағужин, Илфат Ғәниев, Илфат Ғарипов, быҙау ҡараусылар Фәрис Фәйзуллин, Илшат Ғайсин, Фәнил Ғайсин, Вәкил Шафиҡов, Рәжәп Солтанов, Әхнәф Ғилметдинов, Алик Ғүмәров, Илдар Хафизов, Фәрүәз Шакиров айырылып торҙо. Шулай уҡ ашнаҡсылар Зөлфиә Шамакова һәм Зөлфиә Мөхәмәтшина бүләкләнде.
Техник тикшереү йомғаҡтары буйынса беренсе урын Азат Фәҡерйәновҡа бирелде, икенсе урын – Ильяс Солтановҡа һәм Вәкил Шафиҡовҡа, өсөнсө урын – Илшат Мофазаловҡа.
Ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре музыкаль сығыштар аша хеҙмәтсәндәргә рәхмәт белдерҙе, байрам атмосфераһы булдырҙы.
Аграрийҙарҙы алда көсөргәнешле эш көтә. Коллективтың төп бурысы – мул уңыш алыу һәм уны юғалтыуҙарһыҙ һаҡлау өсөн бар көстө һалыу.
Луиза ЗАКИРОВА.