Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
7 Апрель , 16:30

Сәсеүгә әҙерлек тулы көсөнә бара

Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы сәсеү кампанияһына етди техник һәм финанс әҙерлек менән инә. Аномаль иртә яҙ баҫыу эштәрен башлау ваҡытын күсерә, ә төбәк эштәрҙе яңыртылған машина-трактор паркы менән башлай – быйыл сәсеүгә 200 берәмек техникаға күберәк йәлеп ителәсәк.

Сәсеүгә әҙерлек тулы көсөнә бара
Сәсеүгә әҙерлек тулы көсөнә бара

Сәсеү кампанияһының дөйөм хаҡы 32 миллиард һумға баһалана, шул уҡ ваҡытта 2026 йылға аграр секторға дәүләт ярҙамы тупланма бюджеттан 4 миллиард һумдан артып китә, уларҙың 1,4 миллиард һумдан ашыуын туранан-тура яҙғы баҫыу эштәренә йүнәлтеү күҙаллана. Был хаҡта оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Төп яңылыҡ – өс миллиард һум инвестициялар күләме менән республикала беренсе дәүләт машина-технология компанияһын булдырыу, ул аграрийҙарҙы техника менән тәьмин итәсәк һәм эштәрҙе тулыһынса башҡарырға мөмкинлек бирәсәк.
Тармаҡты үҫтереүҙә бәләкәй агробизнесҡа ярҙам итеүгә һәм һанлаштырыуға айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, дүрт йылда (2022–2025) хужалыҡ итеүҙең кесе формаларына дәүләт ярҙамы күләме 1,86 миллиард һум тәшкил иткән, ул “Агростартап”, “Ғаилә фермаһы”, “Агротуризм” гранттары һәм кооперативтарға субсидиялар аша бүленгән.
Республика Хөкүмәте, 2025 йылға йомғаҡ яһап, агросәнәғәт комплексының иҡтисадтың төп тармаҡтарының береһе булараҡ тотороҡло үҫешен билдәләй. Тулайым ауыл хужалығы продукцияһы күләме 6,8 процентҡа артты, ул 290 миллиард һумдан ашты.
Сәсеү эштәренә әҙерлек барышы “Йондоҙ” ауыл хужалығы предприятиеһы миҫалында күренә. Унда яҙғы баҫыу эштәренә старт бирелгән дә инде. Хужалыҡ етәксеһе Мәҡсүт Камалов хәбәр итеүенсә, көндәр һәйбәт торһа, сәсеү кампанияһы 10–15 көн дауам итәсәк.
Быйыл сәсеү майҙандарының структураһы түбәндәгесә: иген культуралары – 1336 гектарҙы, күп йыллыҡ үләндәр – 586 гектарҙы, бер йыллыҡ үләндәр 44 гектарҙы биләйәсәк. Шуныһы мөһим, орлоҡтар үҙҙәрендә етештерелә. Ужым культуралары һәйбәт ҡышлаған һәм әлеге ваҡытта ҡәнәғәтләнерлек торошта.
Баҫыу эштәрен үткәреү өсөн “Йондоҙ” йәмғиәтендә 32 берәмек техника әҙерләнгән. Хужалыҡтың автопаркына бишәр К-702 һәм МТЗ, ике Т-150, шулай уҡ берәр ДТ-75 һәм Т-4 тракторҙары, шулай уҡ башҡа төрлө техника инә.
– Кадрҙарға ҡытлыҡ хужалыҡтың төп проблемаһы булып ҡала. Әлеге ваҡытта штатта вакантлы урындар бар, “Йондоҙ” йәмғиәтендә башлыса 60 йәштән өлкәндәр эшләй. Йәштәр ауыл хужалығында ҡалырға теләмәй, шуға күрә ялланма эшселәр йәлеп итергә уйлайбыҙ, – ти Мәҡсүт Камалов.
Мәҡсүт Камалов хаҡлы ялға сыҡҡан Юрис Латыповты алмаштырҙы. Юрис Хәйҙәр улы 40 йылдан ашыу ғүмерен ауыл хужалығына арнаны, шуның 20 йылын етәксе вазифала. 1982 йылда Фрунзе исемендәге колхоздың 2-се бригадаһында иҫәпсе булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Һуңыраҡ ошо уҡ хужалыҡта бригадир, агроном-орлоҡсо, баш агроном булып эшләй. 2005 йылда Фрунзе исемендәге колхоз нигеҙендә “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ойошторола, ә 2006 йылдан Юрис Хәйҙәр улы уның етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Тармаҡ ветерандары һалған традициялар һәм тәжрибә бөгөн яңы етәкселеккә хәҙерге ауыл хужалығы саҡырыуҙарын еңеп сығырға ярҙам итә.
Мәҡсүт Ғабдулла улы уҙған йылдың ноябренән “Йондоҙ” ЯСЙ-һы директоры вазифаһын биләй. Ул 38 йыл ғүмерен ошо хужалыҡҡа бағышлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1987 йылда, Яңы Мишәр урта мәктәбен тамамлағандан һуң, башлай – Фрунзе исемендәге колхозға комбайнсы булып урынлаша. Армияла хеҙмәт итеп, Дыуан совхоз-техникумында механик һөнәрен алған Мәҡсүт Камалов тыуған колхозына ҡайта (бөгөн – “Йондоҙ” ЯСЙ-һы). Ун йылдан ашыу ул баш инженер булып эшләй, хужалыҡтың техник үҫеш йүнәлештәрен, трактор һәм комбайндарҙың төҙөклөгөн билдәләй, малсылыҡ һәм үҫемлекселекте хеҙмәтләндереүсе ауыл хужалығы машиналарының сифатын яҡшыртыу буйынса эште ойоштора. Ул хеҙмәттәштәре менән уртаҡ тел таба, бу-рыстарҙы һәм маҡсаттарҙы дөрөҫ һәм оҫта ҡуя, йөкләмәне нисек һөҙөмтәле һәм сифатлы итеп үтәү буйынса кәңәштәр бирә.
– Яңы вазифала үҙ ҡыйынлыҡтары етерлек, ләкин, шуға ҡарамаҫтан, коллектив тулы ҡеүәтенә эшләй. Киләсәктә яңы комбайндар һатып алырға, техниканы камилыраҡ һәм уңайлыраҡҡа яңыртырға, шулай уҡ тоҡомло һыйырҙар һәм мал аҙығы һатып алырға ниәтләйбеҙ, – ти Мәҡсүт Ғабдулла улы.

Һүрәттә: Иген келәтендә эш мәлдәре. Мәҡсүт Камалов (уңда) менән Илдус Зиннуров.


Камилла МУСАКӘЛИМОВА.

Автор: