Хужалыҡта дөйөм эре мал иҫәбе 1250 баш тәшкил итә, шуларҙың 700-ө – һауын һыйырҙары. Әлеге мәлгә 686 һыйыр һәм 150 тана быҙаулаған. Һыйырҙарҙың бер ваҡытта быҙаулауы хужалыҡҡа артабанғы етештереү циклдарын планлаштырырға, һауыу өсөн төркөмдәрҙе һөҙөмтәле ойошторорға мөмкинлек бирә.
Аҙбарҙа аҫрау миҙгеле сикләүҙәренә ҡарамаҫтан, һауым юғары кимәлдә ҡала. Тәүлегенә уртаса һауым 624 килограмм самаһы тәшкил итә. Был уҙған йылдың ошо осоро күр-һәткесенән 2 процентҡа күберәк.
– Беҙҙә ҡышлатыу план буйынса бара. Һыйырҙарға бесән, һалам, мал аҙығы өҫтәмәләре, фураж һәм сенаж ашатабыҙ, – тип һөйләй ауыл хужалығы производство кооперативы зоотехнигы Гөлһылыу Хәкимова.
Яңы тыуған быҙауҙарға айырыуса иғтибар бүленә. Быҙаулағандан һуң өс ай дауамында һыйырҙарҙы һәм быҙауҙарҙы айырым аҫрау тәжрибәһе ҡулланыла. Был ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм йәш малға үҫеү өсөн ҡулай шарттар тыуҙырыу өсөн кәрәк.
Быҙауҙар ҡарау өсөн Вадим Фәхретдинов, Анна Мофазалова һәм Дмитрий Хисаметдинов яуаплы. Улар-ҙың тырышлығы һөҙөмтә бирә: быҙауҙарҙың тәүлегенә уртаса артымы 645 грамм тәшкил итә.
Коллективта 12 машина менән һауыу операторы эшләй, корпустарҙағы таҙалыҡты һәм тәртипте алты малсы тәьмин итә, ә малдарҙың дөйөм именлеген өс малсы күҙәтә. Машина менән һауыу операторҙары Гөлниса Мөхәмәтрәхимова һәм Галина Каменских, шулай уҡ малсы Фидаэль Мөхәмәтрәхимов эштә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Һөтсөлөк-тауар фермаһына Илфат Сәләхов етәкселек итә.
Кооперативта алынған юғары сифатлы сеймал тотороҡло һорау менән файҙалана. Һауылған һөт Мәсәғүт ауылы һәм Златоуст ҡалаһындағы эшкәртеү предприятиеларына ебәрелә.
Һүрәттә: Анна Мофазалова һәм Вадим Фәхретдинов.
Камилла МУСАКӘЛИМОВА.