Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
15 Сентябрь 2025, 10:20

Тракторсы булыу теләге бала саҡтан килә

Механизаторҙар иртә яҙҙан көҙгә тиклем эҫелә лә, ямғырҙа ла баҫыуҙа эшләй.

Тракторсы булыу теләге бала саҡтан килә
Тракторсы булыу теләге бала саҡтан килә

Ауылда игенсе һөнәре борон-борондан иң әһәмиәтле һөнәрҙәрҙең береһе булып һанала. Иген йәиһә башҡа ауыл хужалығы культураһын үҫтереү өсөн, тәү сиратта, тыуған ерҙе яратырға, уға күңел йылыһын бирергә кәрәк. Шулай уҡ техниканы камил белеү мөһим. Ауылда йәшәгән һәр кем механизаторға баҫыуҙа ҡатмарлы һауа шарттарында, йыш ҡына эш ваҡытынан тыш та эшләргә тура килгәнен яҡшы белә.
Егор Берсенев 2009 йылдан алып “Ленинский” ауыл хужалығы етештереү кооперативында механизатор булып эшләй. Ул Түбәнге Бобин ауылында тыуып үҫкән. Атаһы Александр Анатольевич та ошо уҡ хужалыҡта механизатор була һәм ойошмала 45 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыға. Егор Александрович бәләкәйҙән атаһының тракторы штурвалы артында ултыра, тракторсы булырға теләй. Ул йылдарҙа күп малайҙар был һөнәрҙе үҙләштерергә, шуның менән тыуған ауылына файҙа килтерергә ынтыла. Шуға күрә ул атаһы юлын һайлай – механизатор булып китә.
2005 йылда Оло Ыҡтамаҡ ауылының 153-сө һөнәрселек училищеһын тамамлап, ауыл хужалығы машиналарын һәм ҡорамалдарын ремонтлау буйынса слесарь һәм водитель һөнәрҙәре буйынса белгес булып сыға, ә 2007 йылда Дыуан совхоз техникумында ауыл хужалығын механизациялау буйынса белгескә уҡый.
Хәҙер ир урып-йыйыу эштәрендә мәшғүл. Үҙйөрөшлө “Чулпан” сабыу ҡорамалында ул кәрешкә һәм һолоно саба. Ямғырлы һауа торошо эште ҡатмарлаштыра һәм тотҡарлай. Ҡышҡы ваҡытта ул йөк тейәүсе булып эшләй, фермала мал аҙығы ташыу менән шөғөлләнә. Ауыл хужалығы кооперативында уны һөнәренә тоғролоғо һәм эшһөйәрлеге өсөн хөрмәт итәләр. Ун йылдан ашыу йәйгеһен ул бесәнде эҫкерткә һалыу менән шөғөлләнә. Өсөнсө йыл рәттән үҙйөрөшлө “Чулпан” сабыу машинаһы менән идара итә һәм Т-150 тракторында сәсеү эштәрендә ҡатнаша.
– Армияға тиклем автотехника водителе булып эшләнем, һуңынан – механизатор. Ауыл хужалығы техникаһы йыл һайын үҙгәрә, яңы төрҙәр килә, уларҙы үҙләштерергә кәрәк. Минеңсә, профессиональ кимәлде күтәреү механизатор өсөн мөһим. Күберәк белгән һайын, үҙең өсөн дә, хужалыҡ өсөн дә яҡшыраҡ, – тип билдәләй Егор Александрович.
Ҡатыны Наталья Вячеславовна менән ике бала тәрбиәләйҙәр. Өлкән улдары 9-сы класта уҡый, ҡыҙы – 3-сө класс уҡыусыһы.
– Балаларыбыҙ яҡшы белем һәм яҡшы һөнәр алһын өсөн тырышабыҙ, – ти ир.
Ҡатыны Наталья – хужабикә. Ул бөтә өй эше һәм ғаилә ағзалары тураһында хәстәрлек күрә. Ғаилә шулай уҡ йорт хужалығын алып бара: быҙауҙар һәм сусҡалар үҫтерә. Егор Александрович балыҡ тотоу менән мауыға. Эш графигы тығыҙ булғанлыҡтан, тәбиғәткә сығыу мөмкинлеге һәр ваҡыт булып бармай.
2021 йылда Егор Берсенев Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. “2023-2024 йылдарҙа уңыш йыйыуҙа иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн” конкурсында үҙйөрөшлө сабыу операторҙары араһында беренсе урын яулай.
Заманса ауыл хужалығы производствоһының юғары техник һәм технологик кимәле механизаторҙы ауыл тормошонда үҙәк урынға сығара. Бөгөнгө геройыбыҙ Егор Берсенев – быға сағыу дәлил.

Шул арала
Мәсетле аграрийҙары иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары үҫкән майҙандарҙың 33,19 процентын йыйып алған, 6425 гектарҙа 144 мең центнер самаһы ашлыҡ һуғылған. Уртаса уңыш гектарынан 22,35 центнер тәшкил итә.
“Аҡтау” йәмғиәте – 52 мең центнер самаһы, “Ленинский” АПК-һы – 31 мең центнер, “Ниғәмәтйәнов И. И” КФХ-һы – 28 мең центнер самаһы, “Йондоҙ” ЯСЙ-һы – 13 мең центнер һәм “Үҙәк” МТС-ы 16 мең центнер һуғып алған.
Майлы культураларҙы йыйыу тулы ҡеүәттә бара. 900 гектар самаһы (4 мең центнерҙан ашыу) һуғылған, был бөтә майҙандарҙың 20 процентын тәшкил итә. Бынан тыш, аграрийҙар туңға һөрә башланы, был район буйынса бөтәһе 1784 гектар (16,7%) тәшкил итә.

Луиза ЗАКИРОВА.

Автор: