Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
18 Август 2025, 09:55

Фәрүәз Шакиров 40 йылдан ашыу ергә һәм техникаға тоғро

Фәрүәз Шакиров Аҙанғол ауылында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1981 йылда Фрунзе исемендәге колхозда малсы булып башлай. 2010 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем “Йондоҙ” йәмғиәтендә эшләй. Был тармаҡта уның эш стажы 40 йылдан ашыу тәшкил итә.

Фәрүәз Шакиров   40 йылдан ашыу ергә һәм техникаға тоғро
Фәрүәз Шакиров 40 йылдан ашыу ергә һәм техникаға тоғро

Башлыса, ҡышын ир малсылыҡта эшләй, мал аҙығы ташый. Был осорҙа ике, ҡайһы берҙә өс ферманы хеҙмәтләндерә. Йәйгеһен – һөт ташыусы. Уңыш йыйыуҙың яуаплы осоронда баҫыуҙарға тракторҙа сыға, йыйылған уңышты иген келәтенә ташый. Ҡайһы берҙә, эшсе ҡулдар етмәү сәбәпле, шәхси ваҡытын иҫәпкә алмайынса эшләргә тура килә.
Фәрүәз Мөхәмәт улы йыл һайын сәсеү һәм урып-йыйыу эштәрендә ҡатнаша, үҙенең тырыш хеҙмәте менән юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшә. Район комиссияһы баһаһы һәм миҙгелле эштәр йомғаҡтары буйынса, ул район механизаторҙары араһында бер нисә тапҡыр призлы урындар яулай. 2024 йылда 1022 гектар майҙанда иген сәсә һәм йыйып ала.
Коллективта уны яуаплы һәм намыҫлы хеҙмәткәр булараҡ ихтирам итәләр. Фәрүәз Шакиров үҙенә беркетелгән техниканың техник характеристикаларын, конструктив үҙенсәлектәрен һәм эксплуатация ҡағиҙәләрен, шулай уҡ ремонт эштәрен ойоштороу һәм технологияһын камил белә. Күп йыллыҡ эш осоронда тупланған белемен, тәжрибәһен йәш коллегалары менән уртаҡлаша. Йөкмәтелгән эштәргә яуаплы ҡарай. Коллегалары һәм етәкселек уны хөрмәт итә.
Үҙенең уңышлы, күп йыллыҡ һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн бер нисә тапҡыр хужалыҡтың почет грамоталары менән бүләкләнә.
Быйыл “Баҫыу көнө-2025” республика семинары сиктәрендә Фәрүәз Мөхәмәт улы Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы механизаторҙары араһында “Трактор-шоу” ярышында ҡатнашты. Ул бөтә ҡаршылыҡтарҙы үтеп, яҡшы һөҙөмтә менән үҙенең оҫталығын күрһәтте.
Ир бындай ярышта беренсе тапҡыр ҡатнашыуы тураһында һөйләй:
– Ул көндө бик эҫе булды, бәлки, шуның арҡаһында мин үҙемдең оҫталығымды тулыһынса күрһәтә алманым. Ярышта ҡатнашыусылар араһында ҡаршылыҡтарҙы еңел генә үткән йәштәр күп булды. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа көслө һәм маҡсатҡа ынтылышлы. Әгәр миңә тағы ла ошондай ярышта ҡатнашырға тәҡдим итһәләр, шатланып ризалашасаҡмын һәм, әлбиттә, призлы урын яуларға тырышасаҡмын, – тип уртаҡлашты Фәрүәз Мөхәмәт улы.
Тырыш ауыл хужалығы хеҙмәтсәне – бик яҡшы ғаилә башлығы ла. Ҡатыны Рәзилә Минйән ҡыҙы менән бергә биш ҡыҙ үҫтергәндәр. Хәҙер уларҙың ете ейәне бар.

Шул уҡ ваҡытта
Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 14 авгусҡа 895 гектар майҙанда ужым культуралары (45,99%), 844 гектар майҙанда яҙғы иген культуралары (4,84%) сабылған, ужым шипкәне буйынса эштәр 100 процентҡа башҡарылған.
Район хужалыҡтарында мал аҙығы әҙерләү буйынса оператив мәғлүмәттәр: 8754,9 гектар (53,1%) бесән сабылған, 9394,3 тонна (47,5%) әҙерләнгән; 1149 гектар сенаж сабылған (46,3%), 9856 тонна (53,7%) әҙерләнгән. “Йондоҙ” йәмғиәтендә – 95,1%, “Ленинский” кооперативында – 52,5%, Ф. Р. Даянов крәҫтиән (фермер) хужалығында – 100,2%, И. И. Ниғәмәтйәнов крәҫтиән (фермер) хужалығында – 300%, Р. Зиялтдинов крәҫтиән (фермер) хужалығында 100% үлән са-былған.
Луиза ЗАКИРОВА.

Автор: