Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
12 Август 2025, 10:25

Аттарға һөйөү – ғүмерлеккә

Илшат Рәхимҡолов – 19 йыллыҡ стажы булған фермер һәм йылҡысы. Ул ташландыҡ ерҙәргә яңы һулыш биреп, хужалығын киңәйткән. Эшкә тоғролоғо һәм арымай-талмай эшләүе менән ул лайыҡлы танылыу яулай – 2021 йылда Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.

Аттарға һөйөү – ғүмерлеккә
Аттарға һөйөү – ғүмерлеккә

Илшат Ғәрәфетдин улының аттарға һөйөүе бала саҡтан башлана. Ваҡыт үтеү менән шәхси ихата булдырыу, тоҡомло хайуандар тураһында хыяллана.
Ул бәләкәй генә уңыш яулау менән генә ҡәнәғәт булған кешеләрҙән түгел. Крәҫтиән хужалығына нигеҙ һалғас, шунда уҡ үҙенең эшмәкәрлеген киңәйтеү тураһында уйлана. Ауылдан алыҫ түгел урынлашҡан ташландыҡ совхоз келәттәре, ярым емерелгән биналар, сүп үләндәре баҫҡан ерҙәр һәм электр уты булмауы күңелһеҙ күренеште тыуҙыра, тормош бында был урынды мәңгегә ташлап киткән кеүек тойола. Әммә фермер эштән ҡурҡмай. Уның күңеле энтузиазм менән тула, ә башында был ерҙәрҙе тергеҙеү уйы барлыҡҡа килә.
Ваҡытын юғалтмай, ул 300 гектар ерҙе ҡуртымға ала, биналарҙы милеккә рәсмиләштерә һәм эшкә тотона. Был физик көс кенә түгел, ә ҙур сабырлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ талап иткән титаник хеҙмәт. Илшат Рәхимҡолов ваҡытының бер минутын да әрәм итмәй, территорияны таҙарта, аттарҙы аҫрау өсөн шарттар булдыра.
Барыһын да үҙ көсө менән эшләргә тура килә. Хайуандарҙы аҫрау сығымдар талап итә, фермер иген культураларын һәм, әлбиттә, аттарҙы һатыу менән аҡса эшләй. Ир үҙенең юртаҡтары ат сабыштарында беренсе урындар яулауы менән ғорурлана. Был уның профессионализмы һәм үҙ эшенә тоғролоғоноң иң яҡшы дәлиле булып тора.
Бөгөн Илшат Рәхимҡолов хужалығында төрлө тоҡомло 60-ҡа яҡын ат иҫәпләнә. Уның өсөн һәр ат – ул хайуан ғына түгел, ә ысын дуҫ һәм иптәш. Һәр ҡайһыһының үҙ ҡушаматтары ла бар. Мәҫәлән, Өфөлә уҙыштарҙа бер нисә тапҡыр беренсе урын яулаған “Залифка” юртағы хужалыҡтың ысын ғорурлығы булып тора.
Өйөрҙә “Слайс” (һүрәттә) ҡушаматлы инглиз тоҡомонан булған айғыр айырым урын биләй. Фермер был йәш атҡа ҙур өмөттәр бағлай һәм тиҙҙән турнирҙарҙа ҡатнашыу өсөн уны өйрәтергә ниәтләй.
Илшат Рәхимҡолов өсөн йыл-ҡысылыҡ – ул йәшәү рәүеше. Йылҡысы, аттарға һөйөү – ғүмерлеккә, тип таный. Был затлы хайуандарҙан айырылыу уға һәр ваҡыт бик ауыр, әммә һатыу хужалыҡ именлеге өсөн кәрәкле сара икәнен аңлай.
Ғаилә – Илшат Ғәрәфетдин улының төп таянысы һәм ярҙамы. Ҡатыны менән өс ул һәм бер ҡыҙ үҫтерә. Өлкән улы әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла, Ватанды һаҡлай. Ике улы, шулай уҡ бер туған ағаһы уға хужалыҡ алып барыуҙа ярҙам итә. Ҡыҙы – дүртенсе синыфҡа бара. Ғаилә башлығы балаларының үҙ эшен дауам итеүҙәрен һәм аттарға һөйөү һаҡлап ҡалыуҙарын теләй.
Илшаттың ҡымыҙ бешеүгә лә пландары бар. Кәрәкле ҡорамалдар һатып алынған, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был идеяны эшсе ҡулдар етешмәү тотҡарлай. Ул шулай уҡ йылҡысылыҡты ғына түгел, ауыл туризмын да үҫтерергә теләй. Фермер күп кенә ситтән килеүселәрҙең аттарҙа йөрөргә, саф һауа һуларға һәм ауыл тормошоноң атмосфераһына сумырға теләүен күрә. Әммә финанс сикләүҙәре арҡаһында был проектты тулыһынса бойомға ашырыу әлегә мөмкин түгел.
Илшат Рәхимҡолов – ысын ер хужаһы, үҙенең хеҙмәте һәм ныҡышмалығы менән донъяны яҡшырта, Башҡортостан төпкөлөндә йылҡысылыҡ традицияларын тергеҙеүгә һәм һаҡлауға индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Камилла Мусакәлимова.

Автор: