Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
3 Июнь 2025, 09:25

Һабанда һайрашыр мәл

Район хужалыҡтарында яҙғы сәсеү эштәре тулы ҡеүәттә бара. Игенселәр өсөн был осор бер ҡасан да еңелдән булманы.

Һабанда һайрашыр мәл
Һабанда һайрашыр мәл

Тап ошо ҡыҙыу көндәрҙә генә бар тырышлыҡтарын һалып эшләгән хеҙмәтсәндәр уңышҡа өлгәшә. Ә быйылғы һауа торошо ауыл хужалығы өсөн ҡулай шарттар тыуҙыра. Яҙын хужалыҡта эштәр һәр ваҡыт етәрлек: ул – техника әҙерләү, орлоҡ, яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итеү. Сәсеүселәр яҙғы көндөң йылды туйҙырыуын яҡшы белә, шуға ла бар нимәне күҙ уңында тотоп, ваҡытында сәсеү эштәрен башҡарырға тырыша.
Павел Ватолин рәйеслек иткән “Ленинский” ауыл хужалығы етештереү кооперативында 5000 гектар ерҙә сәсеү планлаштырылған.
Хужалыҡта эштәр тулы көсөнә бара. Баҫыуҙарҙа арпа, бойҙай, һоло, ҡарабойҙай сәселәсәк, шулай уҡ етен һәм кәрешкә орлоҡтары әҙерләнгән.
Беҙ килгән көндө сәсеү агрегаттары төрлө участкаларҙа эшләй ине.
БТЗ-244К тракторында СЗ сәсеү ҡорамалы менән Артем Гладких бойҙай сәсә, уға Сергей Гладких һәм Дыуан күп профилле колледжы филиалы студенты Артем Акулов ярҙам итә. ЗИЛ автомобилендә орлоҡтарҙы Дмитрий Обухов ташый.
Тупраҡтың өҫтөн МТЗ-80 тракторында механизатор Александр Крашенинников тығыҙлай, Рифат Янбаев хужалыҡ техникаһын хеҙмәтләндерә.
“Кузбасс” сәсеү комплексы тағылған “Бюлер” тракторы менән Алексей Красильников идара итә. Шулай уҡ водителдәр Владимир Луканин һәм Михаил Тетерлев орлоҡ ташый.
Т-150 тракторында Рәмил Яҡупов сәсеү алдынан тырмалауҙы башҡара. Аҙаҡ был майҙанға рапс сәсәләр. Иген келәтендә орлоҡтарҙы таҙартыу, ағыулау, шулай уҡ уларҙы сәсеүгә тейәү менән Александр Каменских һәм Артем Субботин шөғөлләнә.
Механизаторҙар баҫыуҙа иртә таңдан кискә тиклем эшләй. Сәсеү эштәрендә мәшғүл хеҙмәткәрҙәр өсөн, ваҡытты ҡыҫҡартыу һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу маҡсатында, аҙыҡты колхоз ашханаһында әҙерләйҙәр, һуңынан баҫыуға алып китәләр.
Предприятие агрономы Борис Крашенинников һүҙҙәренсә, сәсеү эштәре оҙаҡҡа һуҙылыуы ихтимал, сөнки тәүҙә һауа торошо тотҡарлай, ямғырҙар ҡамасаулай, ә хәҙер эшсе ҡулдар етешмәй.
“Ленинский” кооперативы механизаторҙарының һәм сәсеүселәренең уйҙары тик киләсәк уңыш тураһында, улар көҙгөһөн тулы ауырлыҡтағы башаҡ алыр өсөн бар көсөн һалырға тырыша.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, “Ленинский” ауыл хужалығы производство кооперативында райондың ауыл хужалығы алдынғылары эшләй. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” район һөнәри оҫталыҡ конкурсының “Иң яҡшы механизатор” номинацияһында Владимир Лешков еңеүсе булды. Агросәнәғәт комплексы системаһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн механизатор Александр Федорков РФ Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.
Луиза ЗАКИРОВА.

Һабанда һайрашыр мәл
Һабанда һайрашыр мәл
Һабанда һайрашыр мәл
Автор: