Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
4 Февраль , 12:25

Мал ҡышлатыу план буйынса бара

Район хужалыҡтарында ҡатмарлы һәм яуаплы осор – мал ҡышлатыу бара. Малсылыҡ продукцияһын етештереү буйынса төп күрһәткестәрҙе үтәү уны уңышлы үткәреүгә бәйле. Әле ҡыш уртаһы, тимәк, яуаплы осор дауам итә.

Мал ҡышлатыу план буйынса бара
Мал ҡышлатыу план буйынса бара

Ҡышлатыуҙың нисек барыуы менән танышыу өсөн “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә юлландыҡ. Предприятиеның баш зоотехнигы Илһам Фәтҡуллин хужалыҡ буйынса ҙур булмаған экскурсия үткәрҙе, быҙауҙарҙы һәм һыйырҙарҙы аҫрау барышы тураһында һөйләне.
– Былтырғы йәй уңышлы булды. Мал аҙығын күп әҙерләнек, яҙға тиклем етәрлек. Һөҙөмтәлә һыйыр малдары сифатлы аҙыҡ менән тәьмин ителде. Малдарға сенаж, иген фуражы, бесән һәм һалам бирелә, – ти Илһам Булат улы.
Хәҙер фермала 600 баш эре мал, шул иҫәптән 300 һауын һыйыры аҫрала. Уларҙы малсылар Альферат Камалов, Венер Рәхимов һәм Нияз Йомағужин ҡарай.
Һыйырҙарҙы тәүлегенә ике тап-ҡыр һауалар. Һауыу операторҙары Ләйсән Сөләймәнова, Әлфиә Абдуллина, Илфат Ғарипов, Әлиә Ғималова, Гөлзәйнәп Хажиева, уларҙың алмашсылары Әлиә Ғайсина һәм Розалия Хәмиҙуллина үҙ бурыстарын яуаплы башҡара. Тәүлегенә уртаса һауым алты литр самаһы тәшкил итә. Һөт Мәсәғүт һәм Һатҡы һөт заводтарына тапшырыла. Мал аҙығын таратыуҙа механизаторҙар Фәрүәз Шакиров, Ринат Һөйәрғолов һәм Ильяс Солтанов эшләй.
– Быйыл ҡыш йылы, шуға күрә эшләүе еңелерәк. Әммә проблемалар ҙа юҡ тугел – фермала хеҙмәткәрҙәр етешмәй. Күбеһенсә пенсия алды йәшендәгеләр эшләй, – тип дауам итә ул.
Ғинуарҙа 44 һыйыр быҙаулаған. Ике йәшкә тиклем йәш мал айырым тотола. Уларҙы Динар һәм Мәҡсүт Һөйәрғоловтар, Фәнил Ғайсин ҡарай. Мал аҙығын таратыуҙа механизатор Ғәйнетдин Ғилметдинов эшләй.
– Төрлө һауа шарттарында ла мал ҡышлатыу – малсыларҙың эшмәкәрлеген һынау ул, – ти Илһам Фәтҡуллин. – Быйыл да был осорҙо яҡшы күрһәткестәр менән тамамларбыҙ, тип ышанабыҙ, сөнки малсылар һәм механизаторҙар бының өсөн күп көс һала.

Һүрәттә һулдан уңға: Альферат Камалов (мал ҡараусы), Илфат Ғарипов, Гөлназ Хажиева, Әлфиә Абдуллина, Ләйсән Сөләймәнова (машина менән һауыу операторҙары), Наил Ғәлимов (ферма мөдире).
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор: