Мәсетле тормошо
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
30 Август , 10:20

Ауыл хужалығында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа уңышлы эшмәкәрлек алып бара

Степной ауылынан Флорида Ярмушева – фермер ҡатын. Ул ауыл хужалығын ир-егеттәр менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа алып бара алыуын үҙ өлгөһөндә раҫлай.

Ауыл хужалығында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа уңышлы эшмәкәрлек алып бара
Ауыл хужалығында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа уңышлы эшмәкәрлек алып бара

Флорида Тәлғәт ҡыҙы Красноуфимск ауыл хужалығы техникумында зоотехникка уҡып сыға. 2022 йылда район хакимиәтендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнаша һәм буласаҡ фермерға Баш-ҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының “Агростартап” грант ярҙамында ҡатнашыу мөмкинлеге тураһында һөйләйҙәр. Шунан һуң ҡатын Мәсетле районының мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре ярҙамында кәрәкле документтар йыя һәм грантҡа ғариза бирә. Ул хөкүмәттән 2875000 һум ярҙам ала. Был средстволарға заманса ауыл хужалығы техникаһы, атап әйткәндә, пресс-йыйғыс, дискылы тырма, шулай уҡ 20 баш герефорд ит тоҡомло һыйыр малы һатып ала.
Быға тиклем дә хужабикәнең малдары булған, хәҙер иһә хужалығында туғыҙ һауын һыйыры аҫрала, һөттө район халҡына һата.
Флорида Тәлғәт ҡыҙына тормош иптәше ярҙам итә. Ул – тракторсы, ике тракторҙың һәм бөтә ауыл хужалығы техникаһының төҙөклөгөн күҙәтә, һыйыр малы өсөн кәрәкле мал аҙығы әҙерләй. Фермер эше Флориданың берҙән-бер шөғөлө түгел. Ул шулай уҡ урындағы “Башнефть” яғыулыҡ ҡойоу станцияһында оператор булып эшләй. Өҫтәүенә, Флорида ике ҡыҙ тәрбиәләүгә лә ваҡыт таба, улар ата-әсәһенә ауыр фермер хеҙмәтендә ярҙам итә.
Ныҡышмалыҡ, тилберлек һәм дәүләт ярҙамын дөрөҫ файҙаланыу һөҙөмтәһендә Флорида Ярмушева бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сыға алды һәм уңышлы ғаилә бизнесы төҙөнө. Уның ҡаҙаныштары маҡсатҡа ынтылыуҙың һәм ер эшен үҙ итеүҙең нисек ысын уңышҡа килтерә алыуына миҫал булып тора.
– Был грант миңә үҙемдең крәҫтиән-фермер хужалығымды асырға мөмкинлек бирҙе. Шуға күрә мин эш урындары ла булдыра аласаҡмын, был ауыл ерендә бик мөһим, – тип һөйләй яңы эш башлаған фермер.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ауыл хужалығын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Ярҙамдың бер формаһы
булған “Агростартап” – яңы эш башлаған фермерҙарға ауыл хужалығы бизнесын үҫтереү өсөн бирелә торған грант. Берлектә финанслау шарттарында эшҡыуарҙарға һөт һәм ит малсылығы өлкәһендәге проекттарға – ете миллион һумға, башҡа ауыл хужалығы йүнәлештәре буйынса биш миллион һумға тиклем аҡса бирелә.
Финанс ярҙамын әле эшләп килгән ауыл хужалығы етештереүселәре генә түгел, ә шәхси эшен йәиһә крәҫтиән-фермер хужалығын асырға йыйынған ауыл ерендә йәшәүселәр ҙә алыу мөмкинлегенә эйә.
“Агростартап” тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Владимир Филимонов,
Мәсетле районы мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры:
– 2012 йылдан алып Мәсетле районының агросәнәғәт секторына, дәүләт ярҙамына таянып, 158,6 млн һум йәлеп ителде, 63 райондашыбыҙ ярҙам менән файҙаланды.
Дөйөм алғанда, был – төньяҡ-көнсығыш райондары араһында беренсе һәм Башҡортостан Республикаһында һигеҙенсе күрһәткес. Беҙҙең районда “Агростартап” грант проекты яңы эш башлаған фермерҙар өсөн популяр дәүләт ярҙамы формаларының береһе булып ҡала. Йыл һайын кәмендә 1-2 фермер грант алыуға конкурста ҡатнаша.

Нурания ӘБДРӘХИМОВА.

Автор: