Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров төбәк иҡтисадының нигеҙе булып торған агросәнәғәт комплексына ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүлә. Ауыл хужалығы, эш урындары менән һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеп, республика иҡтисадында мөһим урын биләй. Фермерҙарға барлыҡ райондарҙа гранттар, субсидиялар һәм льготалар кеүек төрлө ярҙам саралары күрһәтелә. Төбәк һөҙөмтәлелекте һәм конкуренцияға һәләтлелекте күтәреү өсөн үҙ агросәнәғәт комплексын эҙмә-эҙлекле яңырта.
Рәдиф Алик улы Ҡорғат ауылында тыуып үҫкән. Урындағы мәктәпте тамамлап, Савальск политехник техникумында “Ауыл хужалығы механигы” һөнәре буйынса белем ала. Артабан артиллерия ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Демобилизациянан һуң тыуған ауылына ҡайта һәм 23 йылдан ашыу Чкалов исемендәге колхозда тракторсы, комбайнсы булып эшләгән атаһы Алик Зиялетдиновтың крәҫтиән-фермер хужалығында эшләй башлай. Колхоз тарҡалғас, атаһы үҙенең яратҡан эшен ташламай. 2007 йылда крәҫтиән-фермер хужалығын асырға ҡарар итә. Шул ваҡыттан алып, ҡыйынлыҡтарға, уңышһыҙлыҡтарға ҡарамаҫтан, ул үҙ хужалығын уңышлы үҫтерә. 2019 йыл йомғаҡтары буйынса фермерҙар араһында “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” район конкурсында еңеүсе була. Әле ул хаҡлы ялда.
Бер йылдан Рәдиф Зиялетдинов яҙмышын ауыл хужалығы менән тулыһынса бәйләргә ҡарар итә һәм үҙенең крәҫтиән-фермер хужалығын аса. Атаһының эшен Рәдиф кенә түгел, туғаны Илдус та дауам итә.
– Рәдиф бала сағынан уҡ ер эшенә ерегеп үҫкән. Бында, әлбиттә, ата-әсәйебеҙҙең дә өлөшө бар, улар бала саҡтан беҙҙе хеҙмәткә өйрәтте, – тип һөйләне Илдус Алик улы.
2019 йылда Рәдиф Зиялетдинов “Агростартап” грант программаһында ҡатнаша. Өс миллионлыҡ грант отоп, сәскес, дискатор, пресс-йыйғыс һәм роторлы сапҡыс, шулай уҡ туғыҙ баш герефорд ит тоҡомло һыйыр малы һатып ала.
Бөгөн Рәдиф Алик улының хужалығы райондың уңышлы крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының береһе булып тора: төрлө иген культуралары үҫтерә, шулай уҡ малсылыҡ менән шөғөлләнә. Йәш фермерҙың пландары – ерҙә эшләүен дауам итеү һәм үҙ хужалығын киңәйтеү.
– Миңә баҫыуҙа эшләү, ер менән бәйләнеш тойоу һәр саҡ оҡшай торғайны, – ти йәш фермер. – Был хеҙмәт хаҡы сығанағы ғына түгел, ә йәшәү рәүеше, ул гармония һәм азатлыҡ тойғоһо бирә. Тыуған районымдың ауыл хужалығын үҫтереүгә үҙ өлөшөмдө индерә алыуым менән ғорурланам.
Шулай уҡ Рәдифтең, үҙенең төп эшмәкәрлегенән тыш, Ҡорғат ауыл биләмәһе депутаты эшен башҡарыуын да билдәләп үтергә кәрәк. Ул үҙенең йәшәгән төйәгенә битараф түгел, бар мөмкинлектәренә ҡарап, тыуған ауылына матди ярҙам күрһәтергә тырыша, эшселәре менән бергә төҙөкләндереү буйынса өмәләргә сыға.
– Йәш фермерҙың өлгөһө ошондай уҡ эшмәкәрлек менән шөғөлләнгәндәрҙең барыһына ла оптимизм өҫтәй. Ауылдаштары Рәдиф менән уның туғаны Илдустың ауыл биләмәһе тормошонда әүҙем ҡатнашып, һәр ваҡыт мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуын билдәләй, – ти Ҡорғат ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илфат Мәүлекәев. – Әлбиттә, фермерҙарға, уңғанлыҡтарынан тыш, һәр төрлө дәүләт ярҙамы ла хужалыҡтарын алға ебәрергә ярҙам итә.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, яңы эш башлаған фермерҙар өсөн “Агростартап” грант ярҙамынан тыш, ғаилә фермаларына грант ярҙамы ла бар. Уны конкурс нигеҙендә эре мал һәм йорт ҡоштары үрсетеү буйынса эшмәкәрлек алып барған крәҫтиән-фермер хужалығы башлыҡтары ала. Ғаилә фермаһын үҫтереүгә гранттың максималь күләме бер крәҫтиән-фермер хужалығына иҫәптә 30 млн һум тәшкил итә, ләкин сығымдарҙың 60 процентынан артмай. Бынан тыш дәүләт ярҙамының башҡа формалары ла бар. Улар тураһында ентекләберәк Мәсетле районының мәғлүмәт-консультация үҙәгендә белергә мөмкин.
Нурания ӘБДРӘХИМОВА.