Мәсетле тормошо
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
12 Август , 14:30

Мәсетле районында – яңы крәҫтиән-фермер хужалығы

Оло Аҡа ауылынан Денис Закиров республика гранты ярҙамында үҙенең крәҫтиән-фермер хужалығын асты. Был ваҡиғаға Денистың ауыл хужалығы өлкәһендә белгес булараҡ оҙаҡ йылдар төплө белем алыуы булышлыҡ итә.

Мәсетле районында –  яңы крәҫтиән-фермер хужалығы
Мәсетле районында – яңы крәҫтиән-фермер хужалығы

Денис Булат улы Оло Аҡа ауылында тыуған һәм үҫкән. 11-се кластан һуң Красноуфимск аграр колледжына уҡырға инә. Ауыл хужалығын электрификациялау һәм автоматлаштырыу йүнәлешендә белем ала. Һуңынан Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡыуын дауам итә һәм 2014 йылда уны тамамлай.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2009 йылда “БашРЭС” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Мәсетле бүлексәһендә электр селтәрҙәре инженеры булып башлай. Шулай уҡ Алыҫ Төньяҡтың төрлө ойошмаларында эшләй. Ләкин ошо ваҡыт эсендә Денис ата-әсәһе менән бергә шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып бара.
Республика етәкселеге агросәнәғәт производствоһына һәм фермерлыҡҡа ярҙам ауылды яңыртыу, ауыл халҡының йәшәү сифатын арттырыу һәм мәҙәни традицияларҙы һаҡлау өсөн мөһим булыуын аңлай. Яңы предприятиеларҙы үҫтереү һөҙөмтәһендә ауыл ерендә эш урындары булдырыла, эш хаҡы кимәле арта.
Быйыл июндә Денис грант ала һәм рәсми рәүештә үҙенең крәҫтиән-фермер хужалығын теркәй. Бүленгән средстволарҙың бер өлөшөнә ул фронталь тейәгес менән “Беларус-82.1” тракторын һатып ала, ә ҡалған өлөшөн герефорд ит тоҡомло һыйыр малы һатып алыуға тотонорға планлаштыра. Яңы эш башлаған фермер шулай уҡ ике хеҙмәткәр ялларға ниәтләй.
Эшен асыр алдынан Денис район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә, унда “Агростартап” программаһында ҡатнашыу өсөн кәрәкле документтар әҙерләү буйынса консультация ала. Ул район хакимиәтенә бизнес-план төҙөүҙә булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәтле.
– Алынған грант миңә крәҫтиән-фермер хужалығын асырға мөмкинлек бирҙе. Шуға күрә эш урындары ла булдыра аласаҡмын, был иһә ауыл ерендә бик актуаль, – тип һөйләй яңы эш башлаған фермер.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ауыл хужалығын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Ярҙамдың бер формаһы булған “Агростартап” – яңы эш башлаған фермерҙарға ауыл хужалығы бизнесын үҫтереү өсөн бирелә торған грант. Берлектә финанслау шарттарында эшҡыуарҙарға һөт һәм ит малсылығы өлкәһендәге проекттарға – ете миллион һумға, башҡа ауыл хужалығы йүнәлештәре буйынса биш миллион һумға тиклем аҡса бирелә.
Финанс ярҙамын әле эшләп килгән ауыл хужалығы тауар етештереүселәре генә түгел, ә шәхси эшен йәиһә крәҫтиән-фермер хужалығын асырға йыйынған ауыл ерендә йәшәүселәр ҙә ала.
“Агростартап” тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Владимир Филимонов,
Мәсетле районы мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры:
– Дәүләт ярҙамына таянып, Мәсетле районының агросәнәғәт секторына 2012 йылдан алып 158,6 млн һум йәлеп ителде, 63 райондашыбыҙ ярҙам менән файҙаланды. Дөйөм алғанда, был – төньяҡ-көнсығыш райондары араһында беренсе һәм Башҡортостан Республикаһында һигеҙенсе күрһәткес. “Агростартап” грант проекты менән ике ҡатнашыусы файҙаланды, проекттың дөйөм күләме – 7,4 млн һум.

Автор: