Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яҙғы сәсеү тамамланыуға бара

Мәсетле районында 30 майға ҡарата эштәр планлаштырылған бөтә майҙанда башҡарылған.Быйыл һауа торошо яҙғы сәсеү эшенә үҙ төҙәтмәләрен индерҙе. Майҙың тәүге яртыһы һалҡын һәм ямғырлы булды.

Яҙғы сәсеү тамамланыуға бара
Яҙғы сәсеү тамамланыуға бара

“Аҡтау” ауыл хужалығы предприятиеһында хеҙмәткәрҙәр тәүлек әйләнәһенә эшләй. Бөгөнгө көнгә хужалыҡта 2050 гектар бойҙай, 700 гектар һоло, 815 гектар етен, 500 гектар кәрешкә, 242 гектар майлы торма, 320 гектар ужым шипкәне, 233 гектар аҡ гәрсис, 251 гектар ҡара гәрсис, 107 гектар яҫы борсаҡ сәселгән (планлаштырылғандың 100 проценты).
Әлеге ваҡытта механизаторҙар арпа сәсеүҙе тамамлай. Эштәр дүрт сәсеү комплексында алып барыла (өс “Фиат” һәм “Кузбасс”). Тракторҙарҙа Виктор Власовец, Дамир Ғәзиҙуллин, Дмитрий Петкин, Марсель Әҙиуллин, Азамат Ибраһимов, Александр Степанов, Ралит Рамазанов һәм Рафиҡ Зөфәров эшләй. “КамАЗ” автомобилендә орлоҡтарҙы водителдәр Радик Нурҡаев, Ғарифйән Сафин, Ринат Бәҙретдинов, Илнар Ниғәмәтйәнов һәм Александр Лесонен килтерә. “Урал” манипуляторҙарында водителдәр Салауат Төхвәтуллин менән Рауил Хәлилов ашламаны сәсеү агрегатына илтеп һала. Ер эшкәртеү һәм сәсеүгә әҙерләү агрегатында (К-744 тракторы) механизаторҙар Михаил Пастухов һәм Руслан Хисамов эшләй. Тупраҡ әҙерләүгә Т-150 тракторҙары сыға, улар менән Сергей Власовец, Фәнис Мостафин, Сабирйән Шәрәфиев һәм Фәнис Шәйәхмәтов идара итә. Келәттә Рөстәм Аҡмалов, Рәшит Ғәзизов һәм Светлана Лесонен үҙ бурыстарын яуаплы башҡара. Техниканы баҫыуға әҙерләү һәм уның төҙөклөгө өсөн механик Фәғил Ғарифуллин яуаплы, Илнар Ниғәмәтйәнов – тупраҡты сәсеүгә әҙерләү, орлоҡто үлсәү һәм сәсеү, ашламалар нормаһы өсөн. Яғыулыҡ-майлау материалдары, ашламалар һәм орлоҡ килтереүҙе ойоштороу Айнур Ниғәмәтйәновҡа йөкмәтелгән. Шулай уҡ ул көнөнә ике тапҡыр баҫыуға “Зәм-Зәм” кафеһында бешерелгән ҡайнар аш килтерә. Предприятие хеҙмәткәрҙәрен ойошма иҫәбенә ашаталар.
– “Аҡтау” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте элита орлоҡсолоғо хужалығы булып тора. Быйыл арпа, һоло һәм кәрешкә орлоҡтарын Урал ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтынан һатып алдыҡ. Сәсеүҙе тамамлайбыҙ, хеҙмәткәрҙәрҙең берҙәм эшләүенән бик ҡәнәғәтмен, – тип һөйләй предприятие етәксеһе Илдар Ниғәмәтйәнов.
Шулай уҡ Илнар Ниғәмәтйәновтың крәҫтиән-фермер хужалығында ла сәсеү эштәре планға ярашлы бара. Хужалыҡ баҫыуҙарында 580 гектар арпа, 300 гектар һоло, 710 гектар бойҙай, 400 гектар ужым арышы һәм 882 гектар ужым шипкәне сәселгән.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, “Аҡтау” яуаплылығы сикләнгән йәм-ғиәтендә райондың ауыл хужалығы алдынғылары эшләй. Шулай итеп, “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы-2023” һөнәри оҫталыҡ конкурсында Илнар Ниғәмәтйәнов – “Иң яҡшы фермер”, Михаил Пастухов – “Иң яҡшы механизатор”, Рафиҡ Зөфәров “Иң яҡшы комбайнсы” номинацияларында еңеү яуланы.

Һүрәттә һулдан уңға: Виктор Власовец,Илдар Ниғәмәтйәнов, Радик Нурҡаев.

Екатерина ӘМИРОВА.


Материал баҫмаға әҙерләнгән арала “Аҡтау” ауыл хужалығы предприятиеһы эшсәндәре сәсеүҙе тамамланы.

Автор: