Бөтә яңылыҡтар

Ауылды уңғандар йәшәтә

Ауыр крәҫтиән хеҙмәте ҙур тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, һауа торошона ҡарамай, көндө төнгә ялғап эшләүҙе талап итә. Хәҙерге заманда ер эшенең абруйы кәмей бара. Ауыл хужалығында үҙ ерен, ер эшен ысын күңелдән яратҡан, крәҫтиән йолаларын быуындан-быуынға тапшырырға әҙер кешеләр генә эшләй ала.

Ауылды уңғандар йәшәтә
Ауылды уңғандар йәшәтә

Яңы Яуыш ауылынан Адис Ғәлимовтың крәҫтиән (фермер) хужалығы райондың тотороҡло үҫешеүсе хужалыҡтарының береһе булып тора. Эшен ул 2012 йылда ойоштора. Эшмәкәрлеген дүрт һауын һыйырынан башлай һәм “Яңы эш башлаған фермер” программаһында ҡатнаша. Уға ярашлы Ғәлимовтарға 450 мең һум аҡсалата ярҙам бирелә. Ошо аҡсаға 10 баш ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр, һауыу аппараты һатып ала.
Фермерлыҡ эшен Адис Ғәлимов тормош иптәше Миңһылыу менән бергә алып бара. Ғәлимовтар бөтә мөһим ҡарарҙарҙы бергәләп ҡабул итеп өйрәнгән. Шуға ла эштәре ырамлы.
Улар һыйыр малы һанын йылдан-йыл арттыра. Бөгөн һыйырҙары 50 башҡа еткән. Фермер ҡуртымға алынған 150 гектар баҫыуҙы эшкәртә: арпа, бойҙай, һоло сәсә.
– Үҙеңдең ихатаңда күпләп мал ҡарау уңайһыҙ, – тип һөйләй ирле-ҡатынлы фермерҙар. – Шуға күрә 2018 йылда ферма төҙөү тураһында уйлана башланыҡ һәм уны булдырыуға бер миллион һум аҡса тотондоҡ. Хәҙер һыйырҙар ҡура осоронда йылы һәм иркен бинала аҫрала.
Былтыр крәҫтиән-фермер хужалығы 142 ц ит етештергән.
Элек улар үҙ продукцияларын урындағы баҙарҙа шәмбе көндәрендә һатҡан булған, хәҙер иһә Ямаш ауылына илтәләр.
Миңһылыу менән Адис Ғәлимовтар өлгәшелгәндә генә туҡтап ҡалырға йыйынмай – һарыҡ үрсетеп ҡарарға ниәтләйҙәр.
Фермер хужалығы ҙур тырышлыҡ талап итә, шуға ла Ғәлимовтарҙың буш ваҡыты ҡалмай тиерлек. Әммә, тығыҙ эш графигына ҡарамаҫтан, улар тыуған ерҙәре яҙмышына битараф ҡалмай: йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашалар, төрлө саралар үткәргәндә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтәләр. МХО яугирҙарына ла ярҙам итеп торалар: былтыр уларға 60 банка ит һәм әҙер бутҡа консервалары тапшырғандар, гуманитар ярҙам йыйыуға өлөш индергәндәр.
Ғәлимовтар район һәм республика ауыл хужалығын үҫтереүгә, шуның менән аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге мәсьәләһен хәл итеүгә үҙ өлөштәрен индерә.
Крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы булараҡ, Адис Ғәлимов Мәсетле районы мәғлүмәт-консультация үҙәгенең Почет грамотаһы, ауыл биләмәһе хакимиәтенән Рәхмәт хаты, район халыҡ мәшғүллеге үҙәге Рәхмәт хаты, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Ә быйыл агросәнәғәт комплексы системаһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн ул Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.

Һүрәттә: Мәсетле районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Вадим Саҙиҡов (һулда) Адис Ғәлимовҡа РФ Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһын тапшырҙы (2024 йыл)


Нурания ӘБДРӘХИМОВА.

Автор: