Мәсетле тормошо
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Районда баҫыуҙарға сыҡтылар

Апрель уртаһында Башҡортостан Республикаһы аграрийҙары яҙғы баҫыу эштәренә төштө.Апрель аҙағына ҡарата 52 район эшсәндәре был эшкә тотонған. 250 мең гектар майҙанда (12%) яҙғы культуралар сәселгән дә инде.

Районда баҫыуҙарға сыҡтылар
Районда баҫыуҙарға сыҡтылар

Быйыл республикала бөтәһе 2 миллион 78 мең гектарҙан ашыу майҙанда яҙғы сәсеү эштәре күҙаллана, шул иҫәптән 1 миллион 360 мең гектарҙан ашыу – яҙғы иген культуралары, 480 мең гектарҙан ашыу – техник (сөгөлдөр һәм майлы) культуралар.
Мәсетле районында дым ҡаплау буйынса эштәр әүҙем алып барыла. “Ленинский” ауыл хужалығы производство кооперативы, “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм “Ҡыҙылбай” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, шулай уҡ И. И. Ниғәмәтйәнов, Р. А. Зыялетдинов һәм В. В. Бәҙретдинов хужалыҡтары был эштәрҙе башҡарған. Эш күләме 14385 гектар тәшкил иткән.
Районда беренсе булып баҫыуға “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте аграрийҙары сыҡты, эштәр тырматыуҙан башланды. “Ленинский” ауыл хужалығы производство кооперативында, “Аҡтау” йәмғиәтендә, “Үҙәк” МТС-ында яҙғы сәсеү эштәре бара.
Ришат Нәсибуллин КФХ-һында ла сәсеү эштәре әүҙем алып барыла. Ришат Тимерйән улы (һүрәттә – уңда) әйтеүенсә, 2 майға ҡарата уның баҫыуҙарында 50 гектар майҙанда арпа сәселгән, 150 гектарҙа – бойҙай. Эштәрҙең 57 проценты башҡарылған. Фермер 350 гектарҙан ашыу эшкәртелгән ерҙе сәсергә күҙаллай, уның бер өлөшөндә бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар сәселәсәк, ҡайһы бер участкалар күп йыллыҡ үләндәргә бүленәсәк. Продукцияны һаҡлау өсөн фермерҙың үҙендә ике иген келәте бар, эшкәртеү өсөн иген таҙартыу комплексы файҙаланыла.
Ришат Нәсибуллин бөтә ғүмерен ер эшенә арнаған. Үҙенең хеҙмәт юлын “Октябрҙең 40 йыллығы” колхозында башлап, артабан “Һандуғас шишмәһе” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә эшләгән. 2013 йылда үҙенең крәҫтиән-фермер хужалығын ойоштора. “Башҡортостан Республикаһында эш башлаған фермерҙарға ярҙам” программаһында ҡатнашып, грант ота һәм ошо аҡсаға яңы техника һатып ала.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге йылдарында Ришат Тимерйән улы райондың ауыл хужалығы үҫешенә ҙур өлөш индерә. Ул –яуаплы, үҙенә лә, башҡаларға ҡарата ла бик талапсан кеше. Бар белемен, тәжрибәһен һәм оҫталығын эшкә һала, республиканың алдынғы ауыл хужалығы предприятиеларының практикаһын даими өйрәнә һәм алған белемен эшендә оҫта ҡуллана. Иген культураларының сорттарын ваҡытында яңырта, был иһә уға йыл һайын юғары күрһәткестәргә өлгәшергә мөмкинлек бирә.
Ришат Тимерйән улы тәүгеләрҙән булып сәсеү эштәрен башлай. Уның етәкселегендә хужалыҡ йыл һайын яҙғы баҫыу эштәре йомғаҡтары буйынса призлы урындар яулай. 2023 йылда сәсеүлектәрҙе ҡабул итеү (баһалау) буйынса ул район ярышында сәсеү майҙаны 1000 гектарға тиклем тәшкил иткән хужалыҡтар араһында 1-се урын алды.
Шул уҡ ваҡытта, мәғлүмәт-консультация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 2 майға ҡарата район аграрийҙары эштәрҙең 7,8 процентын башҡарған, был 1726 гектар тәшкил итә.
Нурания ӘБДРӘХИМОВА.

Автор: