Ә 23 районда хужалыҡтар ужым культураларын (34 мең гектар), 20 районда иһә күп йыллыҡ үләндәрҙе (22 мең гектар) минераль ашламалар менән туҡландыра.
Асҡын, Бүздәк, Дыуан, Дүртөйлө, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Салауат, Өфө, Саҡмағош һәм Шишмә райондары хужалыҡтары дым ҡаплатыуға тотондо. Ғөмүмән, 5,3 мең гектар майҙанда эш тамамланған.
Башҡортостанда яҙғы культураларҙы 2 миллион гектарҙан ашыу майҙанда сәсеү бурысы тора. Быйылғы миҙгелгә сәсеү майҙандары структураһы тураһында тулыраҡ — бында. Яҙғы кампанияның төп хәүефтәре тураһында — бында.
Фото:Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы