Яҙғы көн йылды туйҙыра, тип әйтәләр халыҡта. Нисек кенә булмаһын, беҙ йыл һайын был әйтемдең дөрөҫлөгөнә инанабыҙ. Былтырғы йәйҙең ҡоро килеүенә ҡарамаҫтан, район аграрийҙары кәрәкле уңыш алыуға өлгәште. Быйылғы миҙгелдә яңы көс һәм пландар менән баҫыу эштәренә әҙерлеккә тотондолар.
Хәҙер ауыл эшсәндәре өсөн бөтә нимә лә мөһим: үҙйөрөшлө техниканың, тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү агрегаттарының эш торошо, кәрәкле күләмдә орлоҡтар, яғыулыҡ-майлау материалдары һәм алмаш частар, ашламалар һәм башҡалар.
Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәгенең баш инженеры Ирек Батталов әйтеүенсә, яҙғы баҫыу эштәренә районда 125 берәмек техника һәм 35 сәсеү агрегаты сығасаҡ. Баҫыуҙарҙа эштәрҙе апрель уртаһында башларға планлаштырыла.
“Аҡтау” ауыл хужалығы предприятиеһы хеҙмәтсәндәре миҙгелгә тулы әҙерлек алып бара. Хужалыҡ механигы Фәғил Ғарифуллин әйтеүенсә, өс сәсеү комплексы, биш трактор бар. Улар баҫыуҙы тырматыуға йүнәлтеләсәк. Биш КамАЗ йөк ташыуҙа һәм ашлама таратыуҙа файҙаланыласаҡ, апрель урталарына эшкә тулыһынса әҙер буласаҡ.
Абдулла хужалығы механизаторҙары баҫыуға апрелдең егермеләрендә сығырға ниәтләй һәм сәсеү уңышлы, ҡулайлы ваҡытта үтер, тип ышана.
“Аҡтау” ауыл хужалығы йәмғиәтендә лизингыға һатып алынған техника бар. Уларҙы хеҙмәтләндереү менән “Акрос РБ” махсуслаштырылған компанияһы шөғөлләнә.
Яғыулыҡ-майлау материалдары һатып алынған да инде. Орлоҡ һәм ашламалар әҙер. Шулай уҡ быйыл яңы культиватор, ялан катогы һатып алынған.
Нурания ӘБДРӘХИМОВА.
Һүрәттә: механизаторҙар Виктор Власовец, Ралит Рамазанов һәм Дамир Ғәзиҙуллин.