Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Крәҫтиән эштәре
23 Октябрь 2023, 09:20

Фермерлыҡ эше ҡурҡытмай

Рәлиф Мофазалов үҙ эшен башлап, крәҫтиән (фермер) хужалығы асҡанға аҙ ғына ваҡыт үткән, әммә уның хужалыҡта тәжрибәһе юҡ тип әйтеү хата булыр ине.

Фермерлыҡ эше ҡурҡытмай
Фермерлыҡ эше ҡурҡытмай

Ул оҙаҡ йылдар водитель булып эшләй, күпселек ваҡытын “Башавто-транс” предприятиеһында хеҙмәт итә. Һуңынан ҡустыһы менән бергә фермер хужалығын асырға ҡарар ҡыла.
2016 йылда бизнес-план төҙөй, уның нигеҙендә яңы эш башлаған фермерҙарҙы субсидиялау программаһында ҡатнаша. Башланғыс капитал сифатында 59000 һум ала. Яңы Мөслим ауылында урынлашҡан хужалығы һыйыр малы үрсетеүгә һәм һөт етештереүгә йүнәлтелгән.
– Бөгөн минең крәҫтиән (фермер) хужалығымда 46 баш эре мал бар, шуларҙың 34-е һауын һыйырҙары, – ти Рәлиф Мофазалов. – Йылдан-йыл мал һанын бер аҙ арттырабыҙ. Малдарҙы тоторға ферма бар. Шунда уҡ, ҡуртымға алынған биләмәлә, оҫтахана, техника урынлашҡан.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, “Яңы эш башлаған фермер” программаһында ҡатнашыу хужалыҡ эшмәкәрлегендә яҡшы этәргес булып тора. Уның ярҙамында ул мал аҙығы әҙерләгәндә кәрәкле роторлы сапҡыс ала. 160 гектар ер участкаһында йыл һайын бесән сабыла, үткән йылдарҙа ерҙе эшкәрткәндәр, һоло сәскәндәр. Фермер-ҙың комбайны юҡ, шуға уңышты урып-йыйыу менән проблемалар тыуа.
Быйыл да, элекке кеүек, фермер малдар өсөн етерлек аҙыҡ әҙерләгән: 54 тонна мал аҙығы, арпа һәм һоло, 200 тонна самаһы бесән һәм һалам.
Төп килем сығанағы, әлбиттә, – һөт. Уны һатыу өсөн Рәлиф Мофазалов “Урарту” кооперативы менән килешеү төҙөгән. Бер йылда 95 тоннаға яҡын һөт тапшырған.
Рәлиф Мәүлиғулла улы эштәрҙе бер үҙе генә башҡармай, уның тоғро ярҙамсылары – улдары Рәнис һәм Ринат, шулай уҡ Яңы Мөслим ауылында йәшәгән ҡустыһы Ридан Мофазалов. Улар малдарҙы ҡарай, яланда көтә, йәй көнө мал аҙығы әҙерләй.
Фермер хаҡлы ялға китергә, хужалығын улы Рәнискә тапшырырға ниәтләй. Ә ул, үҙ сиратында, хужалыҡты яйлап арттырырға йыйына.
– Быйыл, ҡоролоҡ сәбәпле, ауыр булды, – ти ул. – Әммә беҙ күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйбеҙ. Сөнки тырышып һәм яҡшы эшләһәң, һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй.
Нурания ӘБДРӘХИМОВА.

Автор: